

Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән Рәхимә Мусина бар яҡлап та оҫта: күҙҙең яуын алыр ҡул эштәре тиһеңме, үләндәрҙән шифалы сәй әҙерләү булһынмы йә иһә йәшелсәләрҙән төрлө тәмле ризыҡтар. Был юлы беҙгә ҡыяр тоҙлауҙың шәп рецебен тәҡдим итә.
"Эй, ҡыярҙың ҡайҙа ғына ҡуйып бөтөргә белмәгән мәле! Биш төп ҡыярҙың уңышын ҡайҙа итергә белмәйем. Өс литрлыҡ банкаларға күп итеп тоҙлаусылар аптырамайҙыр, әлбиттә, ә бына минең кеүек тоҙло ҡыярға иҫе китмәгән яңғыҙ тамаҡтар өсөн ҡулай бер рецепт тәҡдим итмәксе булам. Исеме — "Ҡыяр тәңкәләре".
Тәңкә булғас, башта ҡыярҙарҙы түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Таҙа итеп йыуылған ярты литрлыҡ банкаларҙың төбөнә укроп япраҡтары, һарымһаҡ, түңәрәк ҡара борос, булһа гәрсис, уксус, көнбағыш майы һәм шуларҙың өҫтөнә һыйған тиклем ҡыяр тәңкәләре һалабыҙ.
Банкаларға һалҡын һыу ҡоябыҙ. Ҙур кәстрүлдең төбөнә таҫтамал йәйеп, өҫтөнә банкаларыбыҙҙы теҙәбеҙ, ҡапҡастарын һалабыҙ һәм яурындарына тиклем йылымыс һыу тултырабыҙ.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут стерилләйбеҙ (артыҡ булмаһын, юғиһә ҡыяр ныҡ бешә, кетерләмәй). Иң аҙаҡ банкаларҙы кәстрүлдән алып, ҡапҡастарын нығытабыҙ ҙа түңкәреп һыуытырға ҡуябыҙ. Ҡапларға кәрәкмәй!
Ярты литрлыҡ бер банка өсөн кәрәк:
Ҡыяр - 300 г (һыйған тиклем).
Укроп - 2 шәлкем.
Һарымһаҡ - 1-2 теш.
Ҡара борос - 2-3 шт.
Гәрсис (горчица орлоғо) - ярты сәй ҡалағы.
Тоҙ - 1 сәй ҡалағы.
Шәкөр - 2 сәй ҡалағы.
Уксус 9% - 1 аш ҡалағы.
Үҫемлек майы - 1 аш ҡалағы.
Уңышлы ғына килеп сыҡһа, тел йоторлоҡ тәмле була.
Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина.