

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай районынан оҫта хужабикә Фәүзиә Насырова йыл һайын уны әҙерләй һәм ғаиләләрендә бик яратып ашайҙар. Фәүзиә апайҙы тыңлайыҡ.
- Был соусты әҙерләү өсөн 2 килограмм слива, 1 килограмм татлы борос, 6-8 әсе борос, 5 баш һарымһаҡ, 150 мл 9 процентлы уксус, 400 грамм шәкәр, 150 грамм көнбағыш майы, 3 аш ҡалағы тоҙ, 500 грамм томат пастаһы кәрәк.Тостары алынған сливаны һәм татлы боросто ит турағыс аша үткәрәбеҙ һәм плитаға ҡуйып, ҡатнашманы ҡайнатып сығарабыҙ һәм ярты сәғәт дауамында бешерәбеҙ. Шуға ит турағыс аша үткәрелгән 5 баш һарымһаҡты, әсе боросто, тоҙҙо, шәкәрҙе, көнбағыш майын һәм томат пастаһын өҫтәйбеҙ һәм тағы ла 20 минут ҡайнатабыҙ. Иң һуңынан уксусты өҫтәйбеҙ һәм ҡайнап сыҡҡас, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ һәм һыуытырға ҡуябыҙ. Бик тәмле килеп сыға. Был соус күптәргә оҡшай, - тине ул.
Фото: Фәүзиә Насированыҡы.