Баҡса
1 Августа , 09:00

Тоҙло ҡыярҙың һыуы ағарһа, ашарға яраймы?

Иң мөһиме – банканың ҡапҡасына иғтибар итегеҙ. Ашарға яраймы-юҡмы икәнен тап уға ҡарап билдәләргә мөмкин. 

Тоҙло ҡыярҙың һыуы ағарһа, ашарға яраймы?Тоҙло ҡыярҙың һыуы ағарһа, ашарға яраймы?
Тоҙло ҡыярҙың һыуы ағарһа, ашарға яраймы?

Тоҙло ҡыярҙың һыуы ағарыу – йыш осраған күренеш. Бының сәбәптәре бер нисә төрлө булыуы бар.

Беренсеһе – ҡыярҙы йыуып, таҙалап еткермәү. Айырыуса уның остарында бысраҡ туплана. Шулай уҡ тоҙлаған саҡта ҡулланған йәшел тәмләткестәр, мәҫәлән, укроп аша ла бысраҡ эләгеүе бар.

Стерилләүҙәге хаталар. Әгәр банканы, ҡапҡастарҙы тейешенсә йыуып, стерилләп еткермәһәгеҙ ҙә, ҡыяр һыуы ағарыуы ихтимал.

Өсөнсө сәбәп – тоҙ. Йодланған йәки “Экстра” маркалы тоҙ ҡулланмағыҙ. Мәҫәлән, йодлы тоҙ ҡыярҙы йомшарта.

Был хәл ҡыярҙың сортына бәйле булыуы ла ихтимал. Ҡаты, ҡытыршы тышлы сорттар – маринадлау өсөн иң яҡшыһы. Ә бына шыма тышлы йәшелсә тиҙ йомшарып, боҙолоп бара.

Ашарғамы, юҡмы?

Һыуы ағара башлаған ҡыярҙы ашарға йәки һыуын яңыртып маринадларға ярай. Әммә башта ҡапҡасына иғтибар итегеҙ. Әгәр ул аҙ ғына булһа ла ҡупҡан, өҫкә ҡалҡҡан булһа, бындай ҡыярҙы ташлағыҙ! Сөнки ботулизм тигән ҡурҡыныс сир йоҡтороуығыҙ бик ихтимал.

Әгәр ҡапҡастың торошо үҙгәрмәгән икән, ҡыярҙы “ҡотҡарып” була.

Беренсе алым: ағара башлаған һыуҙы түгегеҙ, йәшел тәмләткестәрҙе ташлағыҙ. Банканы йыуып, яҡшы итеп стерилләгеҙ, ҡыярҙарҙы һалҡынса һыуҙа таҙа итеп йыуығыҙ һәм яңынан маринад эшләп, яңы ҡапҡас менән нығытып ябығыҙ. Аш һеркәһен тәүге осраҡҡа ҡарағанда мулыраҡ һалығыҙ.

Икенсе алым: тиҙ арала (3-4 көн эсендә) ашағыҙ. Алда әйткәнебеҙсә, ҡапҡасы имен булып, һыуы ағара ғына башлаған икән, асып, пластмасса ҡапҡас ябығыҙ ҙа, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ һәм йәһәтләп ашап бөтөгөҙ.

Ағармаһын өсөн нимә эшләргә?

Тоҙлар алдынан ҡыярҙарҙы мотлаҡ 5-6 сәғәт һалҡын һыуҙа тотоғоҙ. Был осраҡта уларҙың эсендәге һауа тышҡа сығып бөтә.

Ике осон да ҡырҡығыҙ, сөнки төп бысраҡ ошо өлөшөндә йыйыла.

Дөрөҫ тоҙ һайлағыҙ.

Тәбиғи антисептиктар ҡулланығыҙ. Мәҫәлән, бер сәй ҡалағы гәрсис орлоғо, яҡшы итеп таҙартылған керән тамыры ҡыярҙарҙы кетерләп кенә торған килеш һаҡларға ярҙам итә.

Банкаларҙы сода йәки гәрсис менән таҙа итеп йыуығыҙ, тейешенсә стерилләгеҙ. Ҡапҡастарҙы ла мотлаҡ стерилләргә кәрәк.

 

"Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас