Баҡса
2 Августа , 16:55

Алма менән сливанан бик тәмле джем

Эшләүе лә мәшәҡәтле түгел.

Алма менән сливанан бик тәмле  джемАлма менән сливанан бик тәмле  джем
Алма менән сливанан бик тәмле джем

Алма менән сливанан бик тәмле джем килеп сыҡҡанын белә инегеҙеме? Ошо рецепт буйынса әҙерләп ҡарағыҙ әле.  

Яҡынса икешәр килограмм орлоҡтарынан таҙартылған алма менән сливаны биш минут тирәһе бешерәбеҙ. Һыуынғас, һөҙәбеҙ. Шуға 6 килограмм тирәһе шәкәр ҡушып, 5 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Слива әскелт булғас, шәкәрҙе күберәк ҡушырға кәрәк.

Сәй эсергә бик тәмле джем килеп сыға. Пирог бешергәндә дә ҡулланырға була. Был джемды эшләгәндә алманы күберәк ҡушырға ла мөмкин.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас