

Билдәле ҡул оҫтаһы, артист һәм журналист Миләүшә Ҡыҙрасова Өфөлә лә, Хәйбуллала ла йәшәй. Әбеш ауылында ошо фотоларҙағы мейесле матур ғына өйө бар уның. Мейестең исеме лә бар - Гөлмәрфуға. Әле Миләүшә ханым мейес янында ташҡабаҡтарҙан ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләгән. 12 банка. Рецебын да яҙып ҡалдырған.
"Рецебы: "Ҡартайғандарын" ҡулланмайым. Ташҡабаҡ булһын ти, ярай (ҡолағымды яра шул һүҙ) - 8 дана,
10 кишер, 4-5 һуғанды турап ит үткәргестән үткәрәм. Һуған һәм кишерҙе - айырым һауытҡа, кабачкиларҙы - икенсе һауытҡа. Бер стакан майҙы ҡаҙанда эҫетеп, уға туралған һуған һәм кишерҙе һалабыҙ, әйләнгән һайын болғатып торабыҙ. 5 минуттан һуң томат пастаһы (1 стакан) өҫтәйбеҙ, тағы 5-7 минут ҡайнағас, кабачкиҙарҙы өҫтәйбеҙ. 40 минут тирәһе болғата-болғата талғын ғына ҡайнатабыҙ.
Был ваҡыт эсендә банкаларҙы әҙерләйбеҙ: сода менән йыуып, стерилләргә ултыртабыҙ. Мин быу өҫтөндә эшләйем, ете минут тотам.
40 минут ҡайнаған икраға 8 аш ҡалағы шәкәр һәм 2 аш ҡалағы өймәләм тоҙ өҫтәйбеҙ. Бер баш һарымһаҡты иҙеп, ярты балғалаҡ ҡара борос менән бергә икраға ҡушам. Тағы бер-ике минут ҡайнағас, 4 ҡалаҡ 9 процентлы уксус һалабыҙ.
Тағы 5 минуттан стерилләнгән банкаларға тултырып, уларҙы баштүбән әйләндереп, йылы таҫтамал менән урап һыуытабыҙ. Ғәләмә-ә-әт тәмле! Ҡышын бигерәк тә!" - тигән ул.
Яҙып алайыҡ был рецепты, һаҡлап ҡуяйыҡ.
Фото: М. Ҡыҙрасованың сәхифәһенән.