Баҡса
11 Августа , 17:21

Шәп огонек рецебы!

Ҡыш бер ниндәй соус кәрәкмәй. Пластик һауыттарҙа ла һаҡлана. Атмай ҙа, әсемәй ҙә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шәп огонек рецебы!Шәп огонек рецебы!
Шәп огонек рецебы!

Эшләп ҡуяйыҡ йәһәтләп. Ҡыш бер ниндәй соус кәрәкмәй. Үҙе еңел һәм тиҙ әҙерләнә.

Алабыҙ: 3 кг помидор, 500 г болгар боросо, З00 г һарымһаҡ, 5 бөртөк әсе боросто ит турағыс аша үткәрәбеҙ, 1 стакан шәкәр, 1 стакан уксус ҡушабыҙ. 3-4 ҡалаҡ тоҙ һалып болғатабыҙ.

Пластик һауыттарҙа ла һаҡлана. Атмай ҙа, әсемәй ҙә.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

📍"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Альфия Мингалиева