Баҡса
12 Августа , 08:00

Балан ҡайнатмаһы - танһыҡ ризыҡ

Ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләгәндә балан тураһында ла онотмағыҙ. Һалҡындарҙа уның менән тәмләп сәй эсерһегеҙ

Балан ҡайнатмаһы - танһыҡ ризыҡБалан ҡайнатмаһы - танһыҡ ризыҡ
Балан ҡайнатмаһы - танһыҡ ризыҡ

Баландан нимә генә әҙерләһәң дә тәмле килеп сыға. Бөйөрөктәре, бәлеше – һәр табындың йәме. Унан эшләнгән ҡайнатманы ла күптәр ярата. Быйыл балан уңышы мул. Ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләгәндә балан тураһында ла онотмағыҙ. Һалҡындарҙа уның менән тәмләп сәй эсерһегеҙ.

Баланды таҙартып, сайҡатып алабыҙ һәм бешерергә ултыртабыҙ. Көймәһен өсөн 1 стакан һыу өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, биш-ун  минут ҡайнатабыҙ һәм дуршлаг менән баланды һөҙөп, тостарынан азат итәбеҙ. Балан һөҙмәһенә  1х1 күләмендә шәкәр өҫтәп, тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Татлыраҡ булһын өсөн шәкәрҙе күберәк өҫтәргә мөмкин. Ҡайнатманы стерилләнгән банкаларға тултырып ҡуябыҙ.

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас