

Шаран районы Баҙғыя ауылында йәшәүсе һәр ғаилә үҙенсә тырышып донъя көтә. Кемдер мал аҫрай, кемдер баҡса үҫтерә, кемдер умарталар ҡарай. Ошондай уңған ғаиләләрҙең береһе Фая менән Александр Егоровтар баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Улар икеһе лә ошо ауылдыҡы, бер мәктәптә, бер класта уҡығандар. Йорттары ла яҡын урынлашҡан була. Бер тыҡрыҡта уйнап үҫәләр. 1981 йылда йәштәр өйләнешә. Быйыл бергә ғүмер итеүҙәренә 45 йыл.
Ғүмерҙәре хеҙмәттә үтә уларҙың. Фая Тихоновна көнкүреш хеҙмәтләндереү тармағында ла, почтала ла эшләй. Александр Берлинович тәүҙә токарь булып хеҙмәт итә, һуңынан Бөрөлә педагогия техникумын тамамлап, һыҙма, һүрәт төшөрөү, хеҙмәт дәрестәренән балалар уҡыта. Үҙе мәктәптә уҡығанда уҡ һүрәт төшөрөүгә оҫталығы, һыҙма дәрестәрен яратыуы ошо һөнәрҙе һайлауға булышлыҡ итә.
Егоровтар ауылда йорт һалып, өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙер улар һәр береһе ғаиләле, айырым донъя көтә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Егоровтарға иркенләп баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге асыла. 2000 йылдарҙан улар ошо өлкәне үҫтерә. Һәр түтәл тәрбиәле, уларҙа бер генә сүп тә юҡ. Быйыл яҡшы уңыш алғандар. Һуғандары ла иҫ киткес күп булған, төрлө сортын үҫтергәндәр. Һырғанаҡ ҡыуаҡтары уңышынан һығылып ултыра. Был ҡыуаҡтар 20-гә яҡын. Үҙҙәренән артҡаны һатыуға китә. Ҡара миләштең дә уңышы мул. Уңған ғаилә һуған, кишер орлоғон да әҙерләп һата.
–Быйыл ямғыр етерлек булды. Шуға бәрәңге лә уңды. Сығара башланыҡ инде. Үҙебеҙгә лә, һатыуға ла, – тине ғаилә башлығы.
Ҙур ғына урынды ҡарағат майҙаны биләй. Элек ул тағы ла күберәк булған. “Йәй эсендә ике тоннанан ашыу ҡарағат йыйған мәлдәр булды. Уңышын килеп алып китәләр. Хәҙер олоғая килә, ҡарағат майҙанын кәметтек”, – ти Егоровтар.
Уңыш үҙенән-үҙе үҫмәй. Үҫентеләрҙе ҡарау өсөн әллә күпме көс китә. “Йәй буйы баҡсанан сыҡмай эшләйбеҙ”, – ти уңған замандаштарыбыҙ.
Тырышлыҡ менән генә донъяның алға барыуын йәнә бер күрҙек был ғаилә өлгөһөндә. Үҫтергән уңыштарының файҙаһын күрергә яҙһын уларға.
Автор фотоһы.