Баҡса
17 Августа , 06:55

"Минең бай баҡсам" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Конкурс еңеүсеһенә шәп бүләк – Әбйәлил районы Асҡар ауылы янындағы иҫ киткес матур “Урал батыр” паркына (етәксеһе – Руслан Шәғәлин) ғаилә менән сәйәхәт бүләк итәбеҙ.

"Минең бай баҡсам" конкурсында ҡатнашығыҙ!"Минең бай баҡсам" конкурсында ҡатнашығыҙ!
"Минең бай баҡсам" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Август айының уртаһына ла аяҡ баҫтыҡ. Баҡсаларыбыҙҙағы йәшелсә-емештәрҙе йыйып, ҡайнатма, компот, салат һәм башҡа тәмлекәстәрҙе әҙерләп бөткәнһегеҙҙер. Әйҙә шулар менән иҫтәлеккә бер шәп фото төшөп, үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса яҙып, беҙҙең гәзит төркөмөнә яҙып ебәрегеҙ. Фотола баҡсағыҙҙың байлығын сағылдырырға тырышығыҙ, ни тиһәң дә, конкурсыбыҙ “Минең бай баҡсам” тип атала.

Конкурс еңеүсеһенә шәп бүләк – Әбйәлил районы Асҡар ауылы янындағы иҫ киткес матур “Урал батыр” паркына (етәксеһе – Руслан Шәғәлин) ғаилә менән сәйәхәт бүләк итәбеҙ. Йәнә бер еңеүсебеҙгә Хәйбулла районы эшҡыуары Илшат Игебаевтың йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан “Ҡурай” турбазаһына бер көнлөк сәйәхәт буласаҡ. Өсөнсө урынды яулаған конкурсантыбыҙға киләһе уңыш өсөн төрлө йәшелсә орлоҡтары бүләк итәсәкбеҙ. Шулай уҡ тәүге өс еңеүсе тураһында гәзит битендә ҙур мәҡәләләр урын аласаҡ. 

Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ. Фото һәм үҙегеҙ тураһындағы ҡыҫҡаса белешмәне 19 авгусҡа тиклем ебәреп өлгөрөгөҙ. 20 август яңы конкурсҡа старт бирелә.

 

Һүрәттә: конкурстың тәүге конкурсанты Фәриҙә Сәлимйәнова.

 

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас