

19 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙел ҡалаһына эш сәфәрен үҙ участкаларында йәшелсә-емеш үҫтереп, артығын махсус йыһазландырылған сауҙа рәттәрендә һатҡан баҡсасылар менән аралашыуҙан башланы. Төбәк етәксеһе учаскала һыу, газ булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды, халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында белеште. Ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров әйтеүенсә, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәтенә юлдарҙы ремонтлау дауам итә. Дөйөм алғанда муниципалитет был биләмәләрҙең транспорт бәйләнешен хәстәрләй.
Пенсионер апайҙарҙың береһе ололарға “Алға” картаһының ярҙам итеүе тураһында белдерҙе.
-Унһыҙ был тиклем уңыш та булмаҫ ине. Баҡсаға аҙнаһына бер тапҡыр ғына барыр инек. Былай көн һайын йөрөйбөҙ. Юл да яҡшы, быйыл асфальтты тәртипкә килтерҙеләр, - тине ул. –“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проектында ҡатнашыусыларға күрше Николо –Березовкала бейеү дәрестәре ойошторҙолар. “Алға” картаһы ярҙамында унда ла аҙна һайын булабыҙ.
Радий Хәбиров баҡсасыларҙан йәшелсә һатып алды һәм уларға уңыштар теләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баҡсасыларға артҡан продукцияларын һатыу өсөн махсус сауҙа майҙансыҡтары республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса 2022 йылдан булдырыла башланы. Улар менән файҙаланыу мөмкинлеге бушлай. Муниципалитеттар уларҙы ҡарау, ремонтлау, биләмәһен йыйыштырыу менән шөғөлләнә. Башҡортостанда 300-ҙән ашыу ошондай майҙансыҡ бар, улар дөйөм алғанда 3,5 мең урынға иҫәпләнгән.
-Был идея коронавирус пандемияһы ваҡытында килеп сыҡты. Кешеләр өйҙәрендә ултырҙы, эшкә йөрөмәүҙәренә борсолдо. Баҡсалар һәр ваҡыт кешене туйындыра, был традиция беҙҙә әлегә тиклем һаҡланып килә. Шуға ла кешеләр үҙҙәренең продукцияһын һатып, аҡса эшләһен өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға булдыҡ, - тине Башҡортостан Башлығы. – Иң мөһиме – быға бик яуаплы ҡарарға кәрәк. Урындар яҡшы. Алыпһатарҙарҙың килмәүе мөһим. Былар барыһы ла баҡсасылар өсөн, ә һөнәри һатыусыларға түгел. Уларҙың үҙҙәренең баҙары бар.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.