Баҡса
20 Августа , 07:30

Картуф серей инде, тип борсола күптәр...

Тәжрибәле баҡсасыларҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ әле. Мәҫәлән, ҡоро бесән бик һәйбәт ярҙам итә, тиҙәр. Шулай уҡ башҡа төрлө кәңәштәр ҙә бар... 

Картуф серей инде, тип борсола күптәр...Картуф серей инде, тип борсола күптәр...
Картуф серей инде, тип борсола күптәр...

Быйылғы йәй ямғырлы булды. Күптәр картуфының һыулы булыуы, остары ҡарайыуы тураһында борсолоу белдерә. Картуфты ҡышҡылыҡҡа һаҡлау өсөн ябай ғына бер нисә кәңәш. Улар барыһы ла тәжрибәле баҡсасыларҙы туплаған чаттан алынды. 

Һарайҙың йәки берәй ҡаралтының иҙәненә ҡалын ғына итеп ҡоро бесән түшәгеҙ ҙә өҫтөнә картуфығыҙҙы йәйеп һалығыҙ. Уның өҫтөнә тағы бер ҡатлам бесән һалығыҙ. Ошо килеш тәүге көҙгө һыуыҡтар төшкәнсе ҡалдырығыҙ. Ҡоро бесән картуфтағы барлыҡ артыҡ дымды әкренләп һурып алып бөтәсәк, тип кәңәш бирәләр. Ошо ысул менән киптерелгән картуфты хәүефләнмәйенсә баҙға һалырға мөмкин, тиҙәр.

Тағы бер кәңәш: быйылғы ише һыулы ерҙән ҡаҙып алынған картуфты тышҡы баҙҙың еренә түгел, ә бер аҙ күтәртеп эшләнгән һәндерәләргә һалырға кәңәш итеүселәр ҙә бар. Әгәр тишекле сетка йәки йәшниккә һалһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.

Әгәр баҙығыҙ бетон иҙәнле, стеналы булһа, баҡыр купоросы, бик булмаһа эзбиз менән эшкәртегеҙ. Шулай уҡ сауҙала төрлө төтәткес, киптергес саралар ҙа һатыла, әммә улар менән һаҡ эш итегеҙ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас