

Бүздәк уңғаны Зәлидә Илмәтова йәйге муллыҡты файҙаланып, ҡышҡылыҡҡа байтаҡ запас әҙерләп өлгөргән. Ҡыҙыл муйылдан компот рецебын гәзит уҡыусылары менән дә уртаҡлашты. Ошо ысул буйынса ул хәҙер өс-дүрт йыл компот эшләй, быйыл да 25-ләп банка әҙерләп ҡуйған.
Компотты әҙерләү өсөн өс литрлы банканы стерилләйбеҙ, муйыл емештәрен тәлгәштәренән айырабыҙ. Сайҡатып, яҡынса банканың өстән бер өлөшө күләмендә емеш һалабыҙ, уға бер стакан шәкәр өҫтәйбеҙ, бер нисә бөтнөк (мята) япрағын һалып ебәрәбеҙ.
Әфлисун да өҫтәргә мөмкин, ләкин ул тәмен ала. Шуға әфлисунһыҙ ҙа бик тәмле килеп сыға. Сәй ҡалағының өстән бер өлөшө күләмендә лимон кислотаһы өҫтәп ебәрәбеҙ һәм ҡайнар һыу ҡоябыҙ.
Иң аҙаҡ һыуҙа ҡайнатып стерилләнгән ҡапҡастар менән ябабыҙ. Банкаларҙы түңкәреп, йылы сепрәк менән ҡаплап бер тәүлек тирәһе өйҙә тотабыҙ.
Фото: Зәлидә Илмәтова.