

Әле ҡабаҡтың иң күп ваҡыты. Күптәр уны ҡайҙа ҡуйырырға, нимә эшләтергә белмәй. Ҡабаҡсаларҙы (кабачки) тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа бик тәмле ризыҡ әҙерләп ҡуя алаһығыҙ.
Бүздәк районынан аш-һыу оҫтаһы Зәлидә Илмәтова уларҙы ошолай тоҙлай һәм бик тәмле килеп сыға. Бының өсөн тәүҙә уларҙы таҙартып, ярым ҡулса итеп турайбыҙ. Стерилләнгән банкаларҙың төбөнә бер зонт укроп, 3 бөртөк хуш еҫле борос, 5 бөртөк ҡара борос, 2 ҡәнәфер, 2 тырнаҡ һарымһаҡ һалабыҙ. Өҫтөнә ҡабаҡ ҡулсаларын теҙгәс, маринад ҡоябыҙ.
Артабан был банкаларҙы ҡайнар һыулы кәстрүлгә ултыртып 15 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Банка эсендә һауа ҡыуыҡтары йөрөй башлаһа, ҡайнаған була. Шунан стерилләнгән ҡапҡастар менән ябып, түңкәреп, йылы сепрәк менән ҡаплап ҡуябыҙ. Бер тәүлек тирәһе тотҡас, баҙға төшөрәбеҙ.
Маринадты әҙерләү тәртибе: өс литр банка менән һыуға өс аш ҡалағы тоҙ, ете аш ҡалағы шәкәр һалып ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, һүндерер алдынан 200 грамлы стакандың өстән бер өлөшө күләмендә 9 процентлы уксус һалабыҙ. Бындай маринад менән ҡабаҡты ла, ҡыярҙы ла тоҙларға мөмкин.
Фото: Зәлидә Илмәтованыҡы.