Баҡса
22 Августа , 09:50

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш

Күптәр балан быҡтырғандағы еҫте яратмай, әммә емешен үҙ итә. Ошолай эшләгәндә еҫе өйгә таралмай, тәмле лә, файҙалы ла. 

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәшБалан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш
Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш

Баланды йыуып, банкаларға тултырырға, ҡапҡасын ҡаплап, һыулы һауытҡа ултыртып ҡайнатырға ҡуйырға. Утта 3-4 сәғәт тоторға кәрәк.

Баландың ҡабығы ла ҡупмай, иҙелмәй ҙә, һөйәге лә йомшара. Һыу ҙа, шәкәр ҡомо ла һалынмай. Бәлеш һалғанда шәкәр ҡомон үҙегеҙ күпме теләйһегеҙ, шунса ҡуша алаһығыҙ.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас