

Быйыл бәрәңге иртә өлгөрҙө. Күптәр уның уңышын ҡаҙып алып та ҡуйҙы. Бәрәңгене нисек оҙаҡ һаҡлау буйынса Ишембайҙан баҡса уңғаны Фәүзиә апай Насированың кәңәштәрен тыңлайыҡ. Һуңғы арала ямғыр йыш яуһа ла, бәрәңгенең серемәүе, яҡшы уңыш биреүе тураһында һөйләне ул.
- Йыл да бәрәңгебеҙ уңа. Быйыл да матур булды. Бәрәңге уңышы мул булһын өсөн иң беренсе яҡшылап тәрбиәләү кәрәк. Ваҡытында утап, йомшартып, күмеп, һыуын һибеп торабыҙ. Күпселек зекура тигән сортты сәсәбеҙ. Аҡ төҫтә, күҙе лә бәләкәй, түп-тәңәрәк, тәме лә оҡшай. Бынан тыш һынау өсөн тағы ла дүрт-биш сорт сәстек. Төрлөһөн үҫтереп тәмләп ҡарайбыҙ. Артығын һатабыҙ. Үҙебеҙҙең һатып алыусыларыбыҙ ҙа бар. Яҙын орлоҡҡа тип тә алалар. Яҡшы һаҡланһын өсөн ошо ҡағиҙәләрҙе үтәйбеҙ: бәрәңгене алты-ете сәғәт ҡояш аҫтында киптереп, баҙға бәрҙермәй генә һалабыҙ - шулай киләһе йәйгә тиклем яҡшы һаҡлана. Баҙ ҡоро булырға тейеш. Дымлы булһа, март тирәләрендә шыта башлай. Һалҡынса, ҡоро урында ул бирешмәй. Август урталарына тиклем ашарға мөмкин. Яңы бәрәңге уңыш биргәс, элеккеләрен ҡарағат төптәренә турап һалам, сөнки ҡарағат крахмал ярата, - тип һөйләне баҡса уңғаны.
Автор фотоһы.