Баҡса
22 Августа , 19:20

Гөлназ Ишемғолованан әсе борос тоҙлау рецебы

Ҡышҡылыҡҡа бына тигән витамин буласаҡ.

Гөлназ Ишемғолованан әсе борос тоҙлау рецебыГөлназ Ишемғолованан әсе борос тоҙлау рецебы
Гөлназ Ишемғолованан әсе борос тоҙлау рецебы

"Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөн алып барыусы Гөлназ Ишемғолова үҙенең аш-һыуға бәйле тәмле, еңел рецептары менән һәр саҡ уртаҡлашып тора. Был юлы ул әсе борос тоҙларға өйрәтә.

"Әсе боросто бәләкәй банкаларға турап йә шул килеш тултыраһығыҙ. Араһына шәкәр һибеп бараһығыҙ. Шәкәр тигеҙ таралһын өсөн банканы һелкетеп алығыҙ. Аҙаҡ инде тулғансы алма һеркәһе ҡояһығыҙ. Шәкәре тулыһынса иреһен өсөн банканы һелкетеп торорға онотмағыҙ.

Тағы ла бер варианты бар, шәкәр урынына бал менән дә эшләргә була. Улай ҙа эшләгәнем бар, тик бал йәл", - тип яҙған үҙенең төркөмөндә.

Ә һеҙ әсе боросто нисек файҙаланаһығыҙ, ҡышҡылыҡҡа тоҙлайһығыҙмы? Кәңәштәрегеҙ менән комментарийҙа уртаҡлашып китһәгеҙ ине.

Сығанаҡ һәм фото: "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас