Баҡса
26 Августа , 11:00

Ҡулы еңел түгел, тиҙәр ундайҙар хаҡында...

Ә һеҙҙең арағыҙҙа шундай кешеләр бармы?

Ҡулы еңел түгел, тиҙәр ундайҙар хаҡында...Ҡулы еңел түгел, тиҙәр ундайҙар хаҡында...
Ҡулы еңел түгел, тиҙәр ундайҙар хаҡында...

Арабыҙҙа шундай кешеләр була, нимә сәсһә лә, ултыртһа ла  тиҙ генә берегеп үҫә лә китә. “Ҡулы еңел бит ул уның”, тиҙәр уның тураһында яҡындары. Ә кемдер нисек кенә тырышмаһын, нисек кенә матур итеп тәрбиәләмәһен үҫтерә алмай йонсой.

Халыҡтың бындай күренешкә ҡарата үҙенең аңлатмалары бар. Бүлмә гөлдәре үҫмәй икән, тимәк, был өйҙә мөхит ауыр, унда йәшәүселәр тиҙ ҡуҙғып бара, йыш әрләшәләр, тигән фекер бар. Энергетикаһы, күңел көсө көсһөҙләнгән йәки кеше ҡаты ауырыған  өйҙә лә гөлдәр хәлһеҙләнә, һулып бара тигән дә һүҙҙәр ишетергә мөмкин.

Ә һеҙ был турала нимә уйлайһығыҙ?

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас