Баҡса
30 Августа , 16:00

Еңеүселәр билдәләнде

Конкурс еңеүсеһенә Әбйәлил районы Асҡар ауылы янындағы иҫ киткес матур “Урал батыр” паркына (етәксеһе – Руслан Шәғәлин) ғаилә менән сәйәхәт бүләк итәбеҙ.

Еңеүселәр билдәләндеЕңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде

"Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Минең бай баҡсам” тигән конкурстың еңеүселәре асыҡланды. Унда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаһында йәшәгән уңған баҡсасылар ҡатнашты. Шулай итеп беренсе урынға Яңауыл ҡалаһынан Фәриҙә Арыҫланова сыҡты. Конкурс еңеүсеһенә Әбйәлил районы Асҡар ауылы янындағы иҫ киткес матур “Урал батыр” паркына (етәксеһе – Руслан Шәғәлин) ғаилә менән сәйәхәт бүләк итәбеҙ.

Икенсе урынды Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылынан Фирҙәүес  Хәсәнова яуланы. Еңеүсебеҙ Хәйбулла районы эшҡыуары Илшат Игебаевтың йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан “Ҡурай” турбазаһына бер көнлөк сәйәхәткә барасаҡ.

Өсөнсө урында - Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылынан Фәриҙә Сәлимйәнова. Өсөнсө урынды яулаған конкурсантыбыҙға киләһе уңыш өсөн төрлө йәшелсә орлоҡтары бүләк итәсәкбеҙ.

Шулай уҡ тәүге өс еңеүсе тураһында гәзит битендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәргә милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.

Башҡа конкурсанттарыбыҙға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һеҙҙең һәр берегеҙҙең баҡсалары мул уңыш биргән, ҡышҡылыҡҡа күпме ҡайнатма, һут, салаттар эшләгәнһегеҙ, сәскәләрегеҙҙең матурлығынан күҙҙәр сағыла, барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт! Шулай уҡ иң ҙур рәхмәт һүҙҙәрен бәйгеселәрҙе ҡеүәтләп, улар өсөн тауыш биреп, көйөп–янған гәзитебеҙҙең дуҫтарына,  төркөмдәштәребеҙгә еткергебеҙ килә. Бергә булдыҡ, артабан да бергә ҡалайыҡ!

 

Еңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде
Еңеүселәр билдәләнде
Автор:Карима Усманова
Читайте нас