

Август аҙағында гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәгән шәп, уңған баҡсасылар араһында “Минең бай баҡсам” тигән ҡыҙыҡлы конкурс уҙғарҙыҡ. Ошо бәйгелә Яңауыл ҡалаһында йәшәгән иҫ киткес егәрле, зауыҡлы, уңған ханым Фәриҙә Арыҫланова хаҡлы рәүештә еңеү яуланы һәм бағыусыбыҙ Руслан Шәғәлин әҙерләгән бүләккә – Әбйәлил районы Асҡар ауылы янындағы иҫ киткес матур “Урал батыр” паркына ғаилә менән сәйәхәткә лайыҡ булды.
Фәриҙә Нәрис ҡыҙының хозур баҡсаһын әкиәт донъяһы менән сағыштырырға мөмкин. Ошондай матурлыҡты кеше ҡулдары тыуҙыра алыуына ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да. Арыҫлановтар үҫтергән баҡсаның фотоларын тәү күргән кешеләр был матурлыҡтың диңгеҙ буйындағы ҡиммәтле виллалар янындағы биләмә йәки сит илдәге берәй хозур урындыр, тип уйлауы ла бар. Ә улар Башҡортостаныбыҙҙың ярайһы ҡырыҫ төньяҡ өлөшөндә – Яңауыл ҡалаһында йәшәй.
Фәриҙә Нәрис ҡыҙы бала саҡтан раузалар баҡсаһы булдырыу тураһында хыяллана һәм бөгөн ул ошо матур ниәтенә өлгәшкән: баҡсаһында ниндәй генә төҫтә һәм сортта рауза үҫмәй!
– Иң тәүҙә ошондай матур конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт әйткем килә. Бала кеүек бағып үҫтергән баҡсаң тураһында матур һүҙҙәр, фекерҙәр ишетеү – һәр баҡсасы өсөн ҡыуаныс ул. Ә үҙемә килгәндә, ер эше менән булышыу, матурлыҡ тыуҙырыу ныҡ оҡшай. Участкабыҙ 15 сутый. Йортобоҙ уртала ултыра, уның алғы өлөшөн тулыһынса сәскәләр, декоратив ҡыуаҡтар үҫкән, газон түшәлгән баҡса биләй. Артҡы өлөштә алма, груша ағастары үҫә, шулай уҡ түтәлдәр урын алған. Кишер, сөгөлдөр, картуф һәм башҡа йәшелсәне үҙебеҙ үҫтергәнде ашау яҡлыбыҙ, сөнки үҙеңдеке тәмлерәк тә, файҙалыраҡ та, – ти Фәриҙә Нәрис ҡыҙы.
Беҙ унан уның төп ғорурлығы булған раузалар үҫтереү сере менән дә ҡыҙыҡһындыҡ.
– Беҙҙең Яңауыл төбәгендә тәбиғәт ҡырыҫ ҡына, һауа шарттары көтмәгәндә, хатта йәй баштарында ла төрлө сюрприздар яһап ҡуя. Шулай ҙа үҙ хаталарымда үҙем өйрәнеп, яйлап тәжрибә туплап, бала саҡ хыялымды – рауза баҡсаһы үҫтереү теләген тормошҡа ашырҙым. Бөгөн хатта көньяҡта – Краснодар крайында үҫкән раузаларҙы ла үҫтерәм. Әлбиттә, улар бик күп көс һәм иғтибар талап итә. Көҙгөһөн мәлендә ябып, дөрөҫ ҡышлатырға кәрәк. Яҙғыһын уларҙың имен-аман ҡышлағанын күреп, тағы дәртләнеп китәһең, ҡыуанаһың. Балалар бәләкәй саҡта баҡса ҡарау мәшәҡәтлерәк ине, ә хәҙер улар – үҙҙәре ҙур ярҙамсы. Тормош иптәшем, улым һәм ҡыҙым баҡса, айырыуса сәскәләр үҫтереү йәһәтенән шөғөлөмдө һәр йәһәттән хуплап, ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, газонды тәртиптә тотоу – тулыһынса ирем менән улымдың яуаплылығында, – тип һөйләне Фәриҙә ханым.
Ул баҡсала химик ашламалар ҡулланмаҫҡа тырыша, үҙең ашаған ризыҡ экологик йәһәттән таҙа булырға тейеш, тигән фекерҙә. Ике теплицаһында ҡыяр, помидорҙары гөрләп уңыш бирә. “Күптәр картуф үҫтереүебеҙгә ғәжәпләнә. Супермаркеттан алһаң, рәхәтерәк бит, тип әйтеүселәр ҙә бар. Ә мин ундай ҡарашта түгелмен, сөнки кибеттәге картуфтың ниндәй шарттарҙа, нимә ҡушып үҫтерелгәнен белмәйбеҙ, шуға күрә үҙем өҫтөнлөк биргән, ғаиләм яратып ашаған сорттарҙы үҫтереү яҡлымын”, – ти уңған баҡсасы.
Арыҫлановтарҙың баҡсаһында биш төп алмағас үҫә, әммә улар 13 төрлө сортлы емеш бирә. Тәү ҡарамаҡҡа мөғжизә кеүек тойолһа ла, бының сере ябай: прививка ярҙамында шуға өлгәшкәндәр. Фәриҙә Нәрис ҡыҙының еҙнәһе селекция менән мауыға икән. Шулай уҡ виноградтың, грушаның төрлө сорттарынан мул уңыш алалар.
Ә шулай ҙа Фәриҙә Нәрис ҡыҙының иң ҙур мөхәббәте – әлбиттә, сәскәләр. “Улар күңелгә әйтеп аңлатҡыһыҙ йыуаныс, ҡыуаныс бирә. Айырыуса иртәнсәк баҡсаға сығып, сәскәләремә ҡарап йөрөргә яратам”, – ти матурлыҡ яратҡан ханым.
Арыҫлановтар баҡсасылыҡты заманға, фәнгә ярашлы алып барырға тырыша, шуға күрә селекция фәненең төрлө ҡаҙаныштарын һынап ҡарайҙар. Һуңғы йылдарҙа баҡсалағы эште мөмкин тиклем еңеләйтеүгә лә ҙур иғтибар бүләләр. Мәҫәлән, тамсылап һуғарыу системаһының өҫтөнлөгөн айырыуса билдәләйҙәр. “Ике йыл элек тормош иптәшем ошо системаны ҡуйғайны, эш күпкә еңеләйҙе”, – ти Фәриҙә Нәрис ҡыҙы.
Арыҫлановтар тағы бер башланғысҡа – үҙ көстәре менән биогумус әҙерләүгә тотонған. Бының өсөн махсус йәшниктәр эшләп, шунда барлыҡ сүп үләндәрен һәм башҡа ҡалдыҡтарҙы һалып барып, калифорния ҡорттары ярҙамында тәбиғи ашлама эшләп ҡарамаҡсылар.
Фәриҙә ханымдың тағы бер яратҡан шөғөлө – шифалы үләндәр үҫтереү. Уларға айырым түтәлдәр бүлгән һәм баҡсаһының был өлөшөндә төрлө сортлы бөтнөк (мята), мелисса, кейәү үләне гөрләп үҫә. Мәҫәлән, бөтнөктөң генә ете төрө бар түтәлдә. Был үләндәрҙән шифалы, хуш еҫле сәй эшләйҙәр.
Бына шундай тырыш, эшһөйәр ғаилә йәшәй Яңауыл ҡалаһында. Ошондай мөғжизәүи баҡсаның егәрле хужабикәһе Фәриҙә Нәрис ҡыҙын конкурсыбыҙҙа еңеү яулауы менән ихлас күңелдән ҡотлап, киләсәктә лә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ!
Фотолар Фәриҙә Арыҫланованың шәхси альбомынан.