Баҡса
1 Сентября , 13:35

Ҡарбузды нисек дөрөҫ һайларға?

Ошо мәлдә уның хаҡы барыбер күпкә осһоҙ, сифаты ла яҡшы...

Ҡарбузды нисек дөрөҫ һайларға?Ҡарбузды нисек дөрөҫ һайларға?
Ҡарбузды нисек дөрөҫ һайларға?

Әлеге ваҡытта магазиндар, урам буйындағы кибеттәр, баҙарҙар ҡарбуз менән тулған, төрлөһө бар – ҡыҙылы ла, һарыһы ла, емешлеһе лә, емешһеҙе лә.

Ошо мәлдә уның хаҡы барыбер күпкә осһоҙ, сифаты ла яҡшы, йәғни һутланып, шәкәрләнеп, ҡыҙарып торған сағы. Ә шулай ҙа уны ышаныслы, тикшерелгән урындарҙан ғына алырға кәңәш итәбеҙ.

МЕҢ ДӘ БЕР КӘҢӘШ

  • Ҡарбузды төнгә ҡарай ашамағыҙ. Уның һейҙек ҡыуыу йоғонтоһонда йоҡоғоҙ боҙолоуы ихтимал.
  • Уның йәшел ҡабығына еткәнсе ашамағыҙ, сөнки йәшел ҡатламында нитраттар йыйылыуы ихтимал.
  • Уны ҡырҡыр алдынан яҡшы итеп йыуығыҙ, сөнки тышында тупраҡ, саң һәм бактериялар булыуы ихтимал.
  • Теленгән ҡарбузды алмағыҙ, сөнки ҡабығын ҡырҡҡас, эсенә бактериялар тиҙ эләгә.
  • Өлкән кешегә бер көндә 500 грамм ашарға мөмкин, яҡынса өс-дүрт телем.
  • Өлгөргән тәмле ҡарбуздың ҡабығы ҡаты, сағыу һары йәки ҡыҙғылт-һары төҫтә, “ҡойроғо” кипкән була, һуҡҡанда яңғыраулы тауыш бирә.

ФАЙҘАҺЫ

Ҡарбуз составында В төркөмө витаминдары, аскорбин кислотаһы, тимер, магний, углевод, ликопин – атеросклероз һәм йөрәк ауырыуҙары үҫеше осраҡтарын кәметеүсе антиоксидант бар.

Ҡарбуз һыуһау һәм асығыу тойғоһон кәметә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, нервы, йөрәк-тамыр системаһына ыңғай йоғонто яһай.

Ҡарбузда гликемик индекс күрһәткесе юғары, шуға күрә шәкәр диабетынан яфаланған кешеләргә һаҡ булырға кәрәк, сөнки глюкозаның ҡапыл артыуы бар. Дөйөм алғанда, уны айырым түгел, ә тулы рационда ҡулланырға тәҡдим ителә.

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас