

Был тәмлекәсте сәй янына ҡуйырға ла, унан татлы бәлеш бешерергә йәки берәй десерт эшләргә лә була. Күптәр уны тәмләп ҡарап, манго тип уйлай. Ҡышҡылыҡҡа ҡабаҡты ошо рецепт буйынса һаҡлап ҡарағыҙ әле.
3 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, 3 әфлисун, 1 лимон, 600 грамм шәкәр, 10 грамм лимон кислотаһы алына.
Ҡабаҡты шаҡмаҡ итеп турарға. Бер әфлисунды ҡабығы менән, ҡалған икәүһен таҙартып, шаҡмаҡ итеп турағыҙ. Лимонды ҡабығы менән ваҡ ҡына итеп турағыҙ. Ҡабаҡ, әфлисун, лимонды бергә ҡушып, шәкәр һәм лимон кислотаһы өҫтәп, яҡшы итеп болғағыҙ. Өҫтөн ябып, 3 сәғәткә ултыртып тороғоҙ, әммә ваҡыты-ваҡыты менән болғап алығыҙ.
Ошо масса 650-750 грамлыҡ дүрт банкаға етә. Кәстрүл төбөнә таҫтамал түшәп, һыу ҡойоп, банкаларҙы 30 минут самаһы ҡайнаған һыуҙа тотоғоҙ. Ҡапҡастарын нығытып ябып, берәй нәмәгә урап ултыртығыҙ. Әгәр пюре кеүек йомшарған ҡабаҡ яратһағыҙ, банкаларҙы ҡайнаған һыуҙа оҙағыраҡ тотоғоҙ.
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.ru/club222672520