Баҡса
9 Сентября , 18:00

Рауза гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!

Уларҙы тамырландырырға мөмкин

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Рауза гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!

Яҡындарыбыҙға гөлләмәләр бүләк итһәк, “Нимәгә шул тиклем ҡиммәткә һатып  алырға инде. Уны аҙаҡ барыбер ташларға бит. Аҡсаны елгә осорған һымаҡ була” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Ысынлап та, бер нисә көндән һулыу менән сәскәләр сүп биҙрәләренә оса. Ә бына уларға икенсе ғүмер биреү мөмкинлеге лә бар бит әле.

Бының өсөн рауза сәскәһенең һабаҡтарын урта тирәһенән 10-15 сантиметр тирәһе оҙонлоҡта  киҫергә кәрәк. Уларҙың һәр береһендә бер нисә бөрө булырға тейеш. Тупраҡҡа ултыртыла торған яғын ауыш итеп ҡырҡыу мөһим, сөнки был уға тамырланып китергә уңайлы буласаҡ. Өҫкө өлөшөн  тура  итеп киҫегеҙ. Ултыртҡас, тупрағын тығыҙлап ҡуйығыҙ. Раузаларҙы өй температураһында яҡты ғына урынға ултыртып ҡуйһағыҙ, бер аҙна тирәһендә үҫенте йәш япраҡтар ебәрәсәк. Ныҡлап тамырланып киткәс, үҫентеләрҙе айырым һауыттарға ултыртырһығыҙ.

Автор фотолары.

 

 

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Рауза гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас