Баҡса
10 Сентября , 13:30

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

 Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайымМин ҡабаҡты шулай һаҡлайым
Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

 Уңғандар көҙөн мул уңыш алып һөйөнә. Әлеге мәлдә күптәр ҡабаҡ уңышын  йыйып ҡуйғандыр. Ишембай районынан баҡса уңғаны Фәүзиә Насирова быйыл ҡабаҡтың уңыуын белдерҙе.

-Ҡабаҡтың тик үҙебеҙгә оҡшаған татлы, ваҡ сорттарын үҫтерәбеҙ. Ейәндәрем менән баҡсанан байтаҡ уңыш йыйып алдыҡ. Бер нисә тапҡыр баҙарға алып сығып һаттым, бер юлы 2-3 ҡабаҡты алып китеүселәр булды, өйҙән килеп алыусылар ҙа бар. Оҡшатҡандар ҡабат-ҡабат мөрәжәғәт итә. Беҙҙең ҡабаҡтар һатып алыусыларға ла оҡшай. Ҡабаҡты һаҡлай белһәң, апрель-май айҙарына тиклем тора. Үтә ел бәреп тормаған, эҫе лә, һалҡын да булмаған урында һаҡлайбыҙ. Апрель айына тиклем тороп ҡалһалар, уларҙың тышын, орлоҡтарын таҙартып, шаҡмаҡлап турап туңдырғысҡа һалып ҡуябыҙ. Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, – тип һөйләне Фәүзиә апай.

Автор фотоһы.

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас