Баҡса
12 Сентября , 21:00

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ.  

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡаҺарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа
Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Ҡабаҡтың әле ишелеп уңған мәле.  Уны нисек кенә файҙаланмай хужабикәләр. Әлеге рецепт бик еңел әҙерләнеүе һәм тәмле булыуы менән отошло.

Бының өсөн ҡабаҡты тышынан, орлоҡтарынан таҙартабыҙ. Һуңынан шаҡмаҡ киҫәктәргә турап, төбө майланған табаға һалабыҙ. Уға самалап ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ өҫтәйбеҙ.  

Утты ныҡ талғын ғына итеп бешерергә ҡуябыҙ. Һыу өҫтәргә кәрәкмәй, ҡабаҡ үҙ һутында бик тәмле булып бешә.

 

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас