Баҡса
13 Сентября , 15:00

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ҡоротҡостар һәм бәшмәк-ауырыуҙар уңышҡа зыян килтермәҫ. Быны нисек эшләргә, уҡығыҙ. 

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙКартуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ
Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Көҙ баҡсала ял итер ваҡыт түгел: тап хәҙер яҙғы ерҙең ниндәй буласағы хәл ителә. Төрлө ҡоротҡостар һәм сир-ауырыуҙар киләсәк уңышты уны ултыртмаҫ борон уҡ боҙа ала.

Тупраҡҡа уңдырышлылығын ҡайтарыуҙың ябай һәм һыналған ысулы - аҡ гәрсис (горчица) сәсеү. Был - грамоталы агротехника ысулы.

* Гәрсис тамырҙары хатта тығыҙ балсыҡлы тупраҡты ла йомшарта һәм һауа үткәрә.

* Тамырҙағы тәбиғи берләшмәләр ҡаты ҡортто, май ҡуңыҙының ҡарышлауыҡтарын ҡурҡыта һәм бәшмәк ауырыуҙары хәүефен кәметә.

* Сабылған һабағы мульча рәүешендә хеҙмәт итә йәки ер өҫтөндә ятып сереп, ерҙе тиреҫ менән ашлағандағы кеүек йомшаҡ итә.

* Фацелия менән бергә гәрсис тағы ла файҙалыраҡ була: фацелия ҡый үләндәрен баҫа һәм файҙалы бөжәктәрҙе йәлеп итә, ә гәрсис тупраҡ структураһын яҡшырта.

Йылыраҡ көндәрҙә сәсеп ҡалыу яҡшыраҡ: һалҡын төндәр арҡаһында орлоҡтар шытып сыҡмауы ихтимал. Сәсер алдынан ерҙе һабан йәки тырма менән бер аҙ йомшартырға. Норма бер квадрат метрға яҡынса бер ус орлоҡ: ҡуйы сәсеү артыҡ дымлылыҡ тыуҙыра һәм тамырҙарға зыян килтерә.

Һауа торошо ҡоро булһа, ергә һыу һибегеҙ. Гәрсисте сәскәндән һуң бер ай үткәс, сәскә атмаҫ борон сабығыҙ. Массаны урында ҡалдырығыҙ: йә мульча кеүек, йә 10-15 сантиметр тәрәнлектә ҡаҙып, тупраҡҡа бутап.

Кәбеҫтә йәки редистан һуң гәрсис сәсмәгеҙ - уларҙың уртаҡ ҡоротҡостары бар. Әсе тупраҡҡа сәскәндә көл өҫтәгеҙ.

Көҙөн горчица сәсеү киләһе миҙгелдә эште һиҙелерлек еңеләйтә. Уңышығыҙ мул булһын!

 

Марат Бәхтийәров фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас