Баҡса
20 Сентября , 19:45

12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!

Яңыраҡ Нуғай ауылында 100 килолыҡ ҡабаҡ үҫтергәндәр тигәйнек. Был малай бөтәһенең дә танауына сиртте бит...

12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!
12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!

Ишембайҙан 12 йәшлек Богдан Корчажников йәй буйы баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә һәм гигант йәшелсә үҫтереп, рекорд ҡуя. Ул үҙ участкаһында 190 килограмм ауырлыҡтағы ҡабаҡ уңышы алған. Уның иҫәпләүҙәре буйынса, ҡайһы бер көндәрҙә йәшелсә алты килограмм самаһы ауырлыҡҡа артҡан.

Көнбағыш та сәскән малай. Уларҙың ҡайһы берҙәре 3,5 метрға тиклем үҫкән. Уларҙың эшләпәләренең диаметры 50 сантиметрға етә, ә япраҡтары ҙурлығы көрәк ише.

Богдан бала саҡтан баҡсала эшләргә ярата, әммә был эш менән быйыл ғына етди мауыға башлай. Ул киләһе миҙгелдә хәҙергеһенән ике тапҡырға ауырыраҡ ҡабаҡ үҫтерергә хыяллана.

Киләсәктә Богдан агроном булырға ниәтләй. Афарин!

 

Фото: Богдан Корчажниковтың шәхси архивынан.

12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!
12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас