Баҡса
27 Сентября , 15:00

Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?

Улар кешегә ниндәй йоғонто яһай икән?

Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?
Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?

 Ағас көс бирә, тигәнде йыш ҡына ишетергә мөмкин. Кемдер уға ышана, кемдер иғтибар ҙа итмәй. Шулай ҙа  төрлө  ышаныуҙар йәшәй. Мәҫәлән, имәндә йәшәү көсө ҙур, ул рухи көстө нығыта тип иҫәпләгәндәр. Ҡайын – йомшаҡ ағас һаналған, арыу, хәүефләнеү булғанда ул ыңғай йоғонто яһай тигәндәр. Ҡарағайҙың да үҙенең үҙенсәлеге бар. Ул – йыйылған арыуҙан, үпкәләрҙән ҡотолорға булышлыҡ итә, тигән фараз бар. Саған – үҙеңә ышанысты арттыра, миләш – ауырығанда күңелгә көс бирә, тип ышанғандар.

Йорт тирәһенә лә теләһә ниндәй ағас ултыртмағандар.  Бының да үҙенең сере бар. Ҡайһы бер көслө тамырлы ағастарҙы өй янына ултыртыу йорттоң нигеҙенә зыян итеүе мөмкин. Мәҫәлән, тирәкте өйгә яҡын  үҫтермәгәндәр. Ул бик тиҙ үҫә, ҡеүәтле тамырҙары төҙөлөш объекттарына зыян килтереүе  ихтимал.

Алмағасты ҡатын-ҡыҙ көсө менән бәйләгәндәр. Ғаилә бәхетенә, уңдырышлыҡҡа ыңғай йоғонто яһай, тигәндәр. Баланды  ихата биләмәһендә ултыртыу күҙ тейеүҙән һаҡлай, тигән ышаныу булған. Сейәне – муллыҡ билдәһе , тип атағандар. Артышты  йорт эргәһенә ултыртыу кире энергиянан һаҡлай, тип уйлағандар.

Ә бына талды күңелһеҙлек билдәһе тип һанағандар, шуға йорт эргәһенә ултыртмағандар. Уҫаҡ көстө ала тип уны үҫтереү күренеше бик булмаған.

Ағасты халҡыбыҙ борон-борондан файҙаланып йәшәгән. Төҙөлөш өсөн бер төрлө ағастарҙы һайлағандар. Көнкүрештә ҡулланыу өсөн һауыт-һабаны йүкәнән, ҡайындан, ҡарағастан эшләр булғандар.

Ағастарҙың ғүмерҙәре лә төрлөсә. Мәҫәлән, ябай ҡарағай ғәҙәттә 300-400 йыл йәшәһә, ҡайһы ваҡыт 600 йылға етеүе лә мөмкин.Ҡарағас ғүмере – уртаса 300-400 йыл , ләкин 500-900 йылға ла етеүе лә ихтимал.

Ағастарға һәр кемдең үҙенең мөнәсәбәте. Урманда ял иткәндә,  уларҙың күңелегеҙгә  шифа, көс - ҡеүәт биреүенә ышанаһығыҙ икән,  йәшеллек донъяһынан сихәт алып ҡайтығыҙ.

 Автор фотоһы.  

 

Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?
Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?
Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас