Баҡса
28 Сентября , 07:45

Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә

Стресс ваҡытында улар хатта үҙҙәренсә сигнал ебәрә икән...  

Гөл-сәскәләр ҙә тоя беләГөл-сәскәләр ҙә тоя белә
Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә

Гөл-сәскә үҫтерергә яратыусы күп кенә хужбикәләрҙең “Мин улар менән һөйләшеп алам. Иртүк уянғас, сәскәләремде һәм гөлдәремде ҡарап кәйефем күтәрелә” тигәнен ишеткәнегеҙ барҙыр.

Бүлмә гөлдәре – улар өйгә йәм өҫтәүсе ябай үҫентеләр генә түгел, ә үҙҙәренең үҙенсәлеге, серҙәре булған ҡыҙыҡлы гүзәллек эйәләре.

Уларға хас бер нисә үҙенсәлек бар. Улар хатта “ҡысҡыра” белә, тиҙәр. Ниндәйҙер стресс кисерһәләр, мәҫәлән, ботаҡтарын киҫкәндә йәки  ҡоролоҡтан йонсоһалар, ҡайһы бер үҫемлектәр приборҙар тотоп алырлыҡ  ультратауыш сигналдары ебәрә.

Үҫемлектәрҙең тамырҙары аша аралашыу үҙенсәлеге лә бар икән. Күрше үҫентеләр тойорлоҡ матдәләр сығарыуға һәләтлеләр. Ошо рәүешле улар хәүеф тураһында иҫкәртә. Быға тупраҡтың дымлылығы, яҡтылыҡ та йоғонто яһай.

Үҫемлектәрҙең үҙҙәренең эске сәғәттәре бар. Төнөн улар йоҡлай: ниндәйҙер процестар әкренәйә, япраҡтары ла бер аҙ һәленеп китә.

“Оялсан мимоза” тигән ғәҙәти булмаған бүлмә гөлөнә саҡ ҡына тейһәң, ул япраҡтарын түбән төшөрә. Ярты сәғәт тирәһе теймәй торғанда улар ҡабаттан күтәрелеп китә.

Бына шулай, гөл-сәскә үҫтерергә яратаһығыҙ икән, күңел йылылығы биреп башҡарығыҙ,  быны хатта  йәшел гүзәллек эйәләре лә тойор.

 

 Автор фотолары.

 

Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә
Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас