Баҡса
9 Октября , 13:30

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла...

Добавить в предпочтительные источники Google
Георгинды ҡасан ҡаҙырға?Георгинды ҡасан ҡаҙырға?
Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Сәскә үҫтерергә яратмаған хужабикәләр һирәктер. Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Георгинды тәрбиәләүҙең дә үҙ сере. Георгин – йылы  яратыусы сәскә. Ҡышҡылыҡҡа уның бүлбеләрен ҡаҙып алыу мөһим, тупраҡта ҡалһа, ул туңып һәләк була.

Ҡайһы ваҡытта  уларҙы ҡаҙып алыу дөрөҫ? Был эште  иртә башҡарырға ла, һуңлатырға ла ярамай икән. Ваҡытынан иртә ҡаҙып алһаң, һабағындағы туҡлыҡлы матдәләре тамырына төшөп өлгөрмәй. Һөҙөмтәлә уға ҡышты уңышлы ҡышлауы ауыр буласаҡ, яҙын сибек кенә итеп үҫеп китәсәк. Ныҡ һуңлатырға ла ярамай, сөнки һауа торошо “минус”ҡа китһә тамырҙары һалҡынға бирешәсәк.

Сәскәнең тамырын ҡаҙып алыуҙың төп сигналы – тәүге ҡырауҙар, был ваҡытта георгиндың япраҡ-һабаҡтары көрән төҫкә инә.Тамырҙары ҡышҡылыҡҡа һаҡланыу өсөн әҙер була. Бик оҙаҡҡа ла ҡалдырмағыҙ. Синоптиктар минус һауа торошон вәғәҙәләһә, йәһәтерәк был эште башҡарып ҡуйығыҙ.

10-15 сантиметр оҙонлоғонда һабағын ҡалдырып киҫеп, бүлбеһен һаҡ ҡына итеп ҡаҙып алығыҙ. Һаҡлау өсөн +3... +6 градус  булған ҡараңғы урын уңайлы.

Киләһе йылда ла ихаталарығыҙ гөл-сәскәгә күмелеп ултырһын.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева