Баҡса
9 Октября , 20:00

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Иң мөһиме, улар  ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек һаҡлаған һуң кәбеҫтәләрен?  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Миәкә районы Боғҙан ауылынан баҡса уңғаны, ветеран уҡытыусы  Зәлифә Янышева быйыл кәбеҫтәнән мул уңыш алған. Уларҙың һәр береһе тиерлек  7-8 килограмлыҡ булған.

Иң мөһиме, улар  ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Тәмле лә, экологик яҡтан таҙа ла уңыш үҫтерелгән.

Кәбеҫтә араларында бәрхәт сәскәләрен үҫтереү ошондай һөҙөмтә биргән. Бәрхәт сәскәһенең еҫе ҡоротҡостарҙы ҡурҡытҡандыр, тигән фекерҙә Зәлифә ханым.

“Белгән – өйрәтә, белмәгән өйрәнә” тигән халыҡ. Был кәңәштең һеҙгә лә файҙаһы тейеүе ихтимал. Мотлаҡ үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.

 

Фото: Зәлифә Янышеваныҡы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева