Баҡса
14 Октября , 05:00

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ

Добавить в предпочтительные источники Google
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебыБик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

1.Кастрюлдә аҡ майҙа һуған, кишер ҡыҙҙырырға.
2. Таҙартылған һәм ҙур шаҡмаҡлап туралған ҡабакты өҫтөнә һалырға, бер аҙ һыу ҡушырға.
3. Тоҙ, аҙ ғына шәкәр ҡомо һибергә.
4. Яҡынса 20 минут бешә.
5. Ҡабаҡ йомшарғас, һурпаһынан һарҡытырға һәм һөт өҫтө (сливки) ҡушырға. (15 йәки 20 процентлы)
6. Блендер менән пюре яһарға.
7. Табынға биргәндә, өҫтөнә ҡабаҡ төшө, гренки һәм йәшеллек өҫтәргә мөмкин. Шулай уҡ кемдер ҡаймаҡ та һала.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: “Интертат”

Автор:Карима Усманова