Баҡса
17 Октября , 19:20

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо эш менән шөғөлләнергә саҡырған йүнсел ниндәй кәңәштәр бирә? 

Добавить в предпочтительные источники Google
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

Был өйгә яҡынлашыу менән “аһ” итәһең:

– Ҡайһылай матур, затлы! Хан һарайымы ни!..

Ихатаға ингәндә иһә йәнә һоҡланыуҙан туҡтап ҡалаһың:

– Бәй... Беҙҙә лә ошо ҡәҙәр емеш үҫтерергә мөмкинме ни?!

Шулай хайран ҡалдырып ҡаршы алды беҙҙе Нуриман районының Павловка ауылында йәшәгән Разия һәм Рәфҡәт Ибраһимовтар. Тотош ихаталарын биләп торған ҙур йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә улар.

Хаҡлы ял – хыялдарҙы тормошҡа ашырыу мәле

– Бала саҡтан уҡ ер эше менән ҡыҙыҡһындым. Яҙ һайын нимәлер сәсәм дә, уны китаптарҙан өйрәнә-өйрәнә тәрбиәләп үҫтерә торғайным, – тип һөйләшеүҙе бәләкәй сағына бәйле хәтирәләрҙән башланы Рәфҡәт Рафаэль улы. – Атайым – төҙөүсе, әсәйем кадрҙар бүлеге белгесе булды, уларҙың тәрбиәһендә техник йүнәлеште һайланым. Һөҙөмтәлә 38 йыл “Газпром” йәмғиәтендә эшләп, пенсияға сыҡтым. Хаҡлы ялды ҡайһы берҙәр “аяҡ күтәреп ятыу”, “ҡул ҡаушырыу ултырыу”, аралашыуҙың кәмеүе, һаулыҡтың яфалай башлау осоро тип ҡабул итәлер. Һис тә улай түгел икән. Хаҡлы ял – күңелең теләгәнсә йәшәү, хыялдарыңды тормошҡа ашырыу мәле. Тик йыбанмаҫҡа ҡына кәрәк. Хәрәкәттә – бәрәкәт: өлкән йәштә ошо хәҡиҡәткә нығыраҡ инанаһың.

Рәфҡәт Рафаэль улы тәүге виноград ботаҡтарын яҡташтарынан, таныштарынан ала. Уларҙы асыҡ урында үҫтерергә тырышыуы файҙа бирмәй, шуға ла йылытма төҙөргә ҡарар итә. Шөғөлөн “Изабелла” тип аталған виноград төрөнән башлаһа, хәҙер улар, алда әйтелгәнсә, 200-ҙән ашыу.

– Бына “Алешенькин” сортлы емеш. Виноград үҫтереү менән шөғөлләнгән һәр кемдә барҙыр ул. Совет селекционеры Петр Цехмистренко уны Волгоград тәжрибә станцияһында 1956 йылда һеркәләндереү ысулы менән сығарған, – тип йылытмала үҫкән төрҙәр менән ихлас таныштыра башланы йүнсел. – Уға, күрәһегеҙ, 15 тирәһе башҡа төр сыбыҡсаларҙы ялғап ҡуйғанмын. Ошо рәүешле виноградтың яңы төрҙәре булдырыла. Бына “Маша” ла киләһе йыл үҫентеләр менән һөйөндөрәсәк. Эргәһендә – “Байконур”. Емештәре матур, япраҡтары ла йәшеллеген оҙаҡ һаҡлай. Төрлө шарттарға сыҙамлы, тимәк, республикабыҙҙың һәр төбәгендә үҫтерергә булалыр. Бына “Цимус”, “Төн хакимы”, “Львов”, “Академик”, “Ҡара гәлсәр”, “Ландыш”, “Диксон”, “Азия”... Һәр береһенең тарихын, үҙенсәлектәрен, бер-береһе менән ярашыу шарттарын һ.б. өйрәнәм, шунһыҙ булмай. Хеҙмәтең тик ҡәнәғәтлек килтерһен тиһең икән, аяҡ-ҡулды ғына түгел, башты ла эшкә егәһең инде.

Тәжрибә хаталар аша килә

“Юпитер” сортлы виноград янында туҡталғас, Рәфҡәт Рафаэль улы уның һаман да төҫ йыйып етмәгәненә борсолоуын белдерҙе.

   – Тәме бар. Әммә һаман күк булып тора – шәмәхә төҫөнә инергә тейеш ул. Сәбәбе – ҡояш етмәүе, – тип асыҡланы баҡсасы. – Теплица, әлбиттә, һәйбәт – йылыны тота. Тик, ҡояш нурын үткәрмәгәс, кире эҙемтәләре лә бар. Эшләй-эшләй, үҙ хаталарың аша өйрәнәһең бит инде: быйыл йылытма эсенә ҡуйыу өсөн натрий лампалы прожекторҙар алдым, уларҙың яҡтылығы ниндәйҙер кимәлдә ҡояш нурына яҡын.

Эйе, беҙ, өлкән быуын, күберәк үҙ тәжрибәбеҙҙә өйрәнәбеҙ. Ә йәштәргә был йәһәттән мөмкинлек киң хәҙер – интернетта мәғлүмәт, оҫталыҡ дәрестәре бихисап. Шулай ҙа уларҙың файҙа бирмәүе лә бар, сөнки һәр төбәктә – айырым тәбиғәт шарттары. Ошоно иҫәптә тотҡанда, әлбиттә, бер баҡсасы ла теләгәненә еңел генә өлгәшә алмай, уңыш уға төрлө һынауҙар, яңылышлыҡтар, өҙлөкһөҙ хеҙмәт аша килә.

Өс йыл элек Рәфҡәт Ибраһимов виноградтың 120 төрөн үҫтергән. Былтыр – 400, быйыл 300 прививка эшләгән – сыбыҡсаларҙы ялғаған. Шулай үҙе үрсетә, баҙарҙан, магазиндан алмай.

– Һорап килһәләр, сыбыҡса килеш һатам, сөнки ул тиҙ тамырланып китә. Үҫентегә иһә, беҙҙәге һауа шарттарына бәйле, нығыныу өсөн ике-өс йыл кәрәк буласаҡ, – ти тәжрибәле баҡсасы. – Ғөмүмән, килгән һәр кешегә йылытма буйлап экскурсия үткәрәбеҙ, барыһын да һөйләйбеҙ, өйрәтәбеҙ. Бына әле, күреүегеҙсә, виноградтарҙы ҡырҡып бөтөп барам, төрлө сорттарҙы айырым бәйләмдәргә йыям, ҡоро, сирле, мөсһөҙ үренделәрҙе ташлайым. Шул уҡ ваҡытта ерҙе ҡышҡа әҙерләү эштәре менән мәшғүлмен. Серетмә һалынасаҡ. Аҙаҡ, әгәр мөмкинлек булһа, ерҙе ҡаҙып, йомшартып ҡуям. Элек ҡыш мәлендә йылытмаға ҡар ташып һала торғайным. Хәҙер иһә был эш минең өсөн ауырыраҡ булғанлыҡтан, уңайлыраҡ сара таптым: пенопласт вағы тултырып яһалған геотуҡыманан махсус маттар тектем, шуларҙы ябам. Әлбиттә, ҡыйбатыраҡ килеп сыҡты, әммә ул серемәй торған материал, мәңгелек тип әйтһәң дә була.

Әле виноградтың барлыҡ файҙалы матдәләре тамырға китә – улар һалҡын миҙгелдә һаҡлаясаҡ. Тимәк, емеште йыйып ҡалмаһаң, ул тәмһеҙләнә, ваҡытында өлгөрөү мөһим.

Башҡалар ҙа ҡыҙыҡһынһын тип...

– Рәфҡәт Рафаэль улы, был кәсеп менән шөғөлләнеүегеҙҙең төп маҡсаты ниндәй? Күренеп тора: үҙ күңелегеҙҙе генә уйламайһығыҙ, – тибеҙ.

– Ысынлап та, эш башлағанда үҙем, ғаиләм өсөн генә тип тотонғайным. Әммә бер аҙҙан маҡсат киңәйҙе, – тип әйткәнебеҙҙе хупланы йүнсел. – Виноград алырға кеше күп килә, ҡыҙыҡһына, һораша башлағас, уларға ныҡлап өйрәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу ниәте үҙенән-үҙе тыуҙы. “Беҙҙең республикала ла, һалҡыныраҡ төбәк булһа ла, виноградтан ошолай мул уңыш алырға мөмкин” тигәнде шәхси миҫалда аңлатырға, күрһәтергә ынтылам бөгөн. Тырышайыҡ, йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә кәрәк. Ул табыш килтереп кенә ҡалмай, ә йәнгә, тәнгә дауа ла. Әйткәндәй, нәҡ килгән кешеләрҙең һорауын, ҡыҙыҡһыныуын иҫәптә тотоп, эре емешле, шулай уҡ мөшкәтле виноградтарға өҫтөнлөк бирә башланым. Уларҙы үҙебеҙҙә үҫтереү мөмкинлеген башҡалар ҙа күрһен тип.

Рәфҡәт Ибраһимовты республикабыҙҙан ситтә үткәрелгән күргәҙмәләргә йыш саҡыралар. Әммә йүнсел уларға бигүк йөрөргә ынтылмай. “Үҙебеҙҙең Башҡортостанда виноград үҫтереүселәр араһында ошондай саралар ойошторһалар, береһенән дә ситтә тороп ҡалмаҫ инем”, – ти. Шулай ҙа 2023 йылда Ҡазанда уҙғарылған күргәҙмәгә барып, бер юлы өс номинацияла еңеү яулап ҡайтҡан. Унда виноградтың 78 төрөн алып барған, иң ҙур коллекция беҙҙең баҡсасыныҡы булған. Өс килограмға еткән ҡуҙаҡтар менән халыҡты хайран итеп ҡайтҡан ул.

– Был эш менән инде ун йылға яҡын шөғөлләнәм. Йәш кеше түгелмен, быйыл етмешем тула. Әммә бер ҙә үҫештән туҡталғы килмәй бит әле, – тип йылмая баҡсасы. – “Виноград үҫтереүселәргә шундай “сир” йоға ул”, тип шаяртыу ҡатыш әйткәйне бер баҡсасы. Ысынлап та, һаман да өҙлөкһөҙ өйрәнге, асыштар яһағы, сорттарҙы арттырғы килә. Ҡатыным, улым, ҡыҙҙарым, алты ейән-ейәнсәребеҙ ҙә шөғөлөмдө хуплап, дәрт-дарман өҫтәп тора. Йәнә иң мөһиме – республикабыҙҙа, шул иҫәптән үҙебеҙҙең Нуриманда туризмға ҙур иғтибар беҙҙең кеүек баҡсасыларға, мичуринсыларға яңы һулыш бирҙе. Аллаһ бирһә, емеш-еләкле төбәк тигән даныбыҙ ҙа таралыр әле!

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Нуриман районы.

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”
Автор:Дилбәр Ишморатова