Бөгөлмә ҡалаһында эшләп килгән “Аҡ тирмә” башҡорт клубы 3-сө “Тамсыҡай” балалар баҡсаһында туған телгә арналған байрам кисәһе ойошторҙо.
“Туған тел… Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша. Халыҡтың теле – уның тормошоноң иң матур, мәңге шиңмәй, мәңге һулымай торған сәскәһе ул. Телдә бөтә халыҡ сағыла”, – тигән һүҙҙәр менән башланды байрам кисәһе.
Сарала Рәми Ғарипов ижад иткән “Туған тел” шиғыры, “Урал батыр” эпосы яңғыраны. Балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән балалар төрлө милләт телдәрендә тасуири итеп шиғыр һөйләне, табышмаҡҡа дөрөҫ яуап бирҙе, мәҡәл тыңланы. Артабан “Йөҙөк һалыш”, “Тирмә”, “Осто, осто”, “Исемен әйт!” уйындарында бик теләп ҡатнаштылар. Туған телдәргә арналған байрам донъя халыҡтары телдәрендә баҫылып сыҡҡан китаптарға байҡау яһау менән тамамланды.
Татарстан, Бөгөлмә ҡалаһы.