“Әгәр һин йәш һәм Халыҡ-ара форумда ҡатнашырға теләгең бар икән, көсөңдө һынап ҡара! 18-35 йәшлектәр, халҡым, туған телем тип янһағыҙ, башҡорт халҡын күтәрерлек уй-фекерҙәрегеҙ, тәғәйен эштәрегеҙ бар икән, делегат булығыҙ!”
Республика йәштәрен ошондай һүҙҙәр менән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашырға саҡыра ойоштороусылар. Ә 28 апрелдә “Торатау” конгресс-холында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Йәштәр советы халыҡ-ара йәштәр форумы үтәсәк.
Йыйында Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 220 вәкилдең ҡатнашыуы көтөлә. Телекүпер бәйләнеше аша Мәскәү һәм Силәбе ҡалаларында айырым майҙансыҡтар эшләйәсәк. Конференц-бәйләнеш системаһы аша Ҡаҙағстан, Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия вәкилдәре менән эш алып барыласаҡ.
Йәштәр советында делегаттар “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”, шулай уҡ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү стратегияһы, глобаль мәҙәни экспансия стратегияһы, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү программаһы, милли мәғариф системаһын үҫтереү кеүек проекттарҙы эшләү менән шөғөлләнәсәк.
Иң әүҙем 10 ҡатнашыусы 28 июндә үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының делегаты сифатында үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итәсәк.
Йәштәр советы форумында ҡатнашыр өсөн ғариза һәм эссе тапшырырға кәрәк. Унда 2000 билдә (бер А4 бите) күләмендә 30 йылдан башҡорт халҡының киләсәген нисек итеп күҙаллауығыҙҙы яҙыу зарур.
Фото: БР Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы.