Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
19 Апрель 2019, 17:39

Мәскәү башҡорттары: “Беҙ бергә!”

Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Өфөлә беренсе концерт менән Мәскәү башҡорттары сығыш яһаясаҡ. Сара 21 апрелдә “Торатау” Конгресс-холында була.

Республиканың 100 йыллығы айҡанлы Өфөлә беренсе концерт менән Мәскәү башҡорттары сығыш яһаясаҡ. Сара 21 апрелдә “Торатау” Конгресс-холында була.


Мәскәүҙең “Сәсән” ижади берекмәһе коллективы “Беҙ бергә!” тигән концерт программаһын әҙерләгән. Тамашасылар алдында Луиза һәм Арсен Кәримовтар, Рената Бәҙәмшина, Гүзәл Хөснөтдинова, Алһыу һәм Лаура Буш, Руслан Биктимеров, Салауат Зәйнетдинов, Әлфиә Агеева, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Иҫәнгилде ауылынан ижади коллектив сығыш яһаясаҡ. Программала башҡорт, татар, рус һәм төрөк телдәрендә халыҡ һәм автор йырҙары яңғыраясаҡ.


Байрам киске сәғәт 6-ла башлана. Концертҡа инеү бушлай.