Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
30 Апрель 2019, 16:30

“Килдем ҡый, тинеләр ҙә ике төрлө фекер әйттеләр...”

Ҡараштар төрлө булһа ла, маҡсаттар бер үк.

Ҡараштар төрлө булһа ла, маҡсаттар бер үк.


Башҡорт халҡы үҙенең демократик асылын боронғо дәүерҙәрҙән үк раҫлап килгән, шуға күрә Ҡыйғы районындағы ҡоролтай ултырышында халыҡ, ике төркөмгә бүленеп, тап үҙҙәре башҡорт халҡы мәнфәғәтен яҡлауын раҫларға керешкәндә, был күренеште демократик асыл сағылышы, тип аңларға тырыштым, сөнки берәүҙәр элеккесә йәшәргә, эшләргә теләмәүен белдерһә, икенселәр, киреһенсә, республиканың яңы етәкселегенә, яңы командаға ышаныс белдереп, милләт мәнфәғәтендә үҙ эштәрен атҡарырға ниәттәре барлығын әйтте.
Халыҡ һанын арттырыу зарур


Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе урын­баҫары Азамат Сирбаев, ҡоролтай ултырышын асып, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм район халҡының ике өлөшкә бүленеүе ваҡытлыса күренеш булыуы, киләсәктә барыбыҙ ҙа бергә эшләргә бурыслыбыҙ тигән теләген белдерҙе. Ул шулай уҡ “Башҡорт хал­ҡының үҫеш стратегияһы” тураһында аңлатып үтте. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайһы берәүҙәр һаман да был документтың ҙур көскә эйә булыуын аңлап та етмәй, сөнки “стратегия” һүҙе – ниндәйҙер ҡатмарлы фәнни фекерҙе аңлатҡан термин, тип уйлай булһа кәрәк. Ә был документ – тап киләһе йылдарҙа башҡорт халҡын үҫтереү, яңы мөмкинлектәр асыу өсөн тәғәйенләнгән заманса фекерҙәр тупланмаһы. Мәҫәлән, берәүҙәр ҡатын-ҡыҙ күберәк бала тапһын өсөн сабый тыуған һайын ғаилә килемен арттырырға тәҡдим итә. Шәп фекер бит! Бары тик балалар һанын арттырыу юлы менән генә беҙ халҡыбыҙ һанын арттыра алабыҙ.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Айҙар Ғәйфуллин халыҡтан үҙ төбәктәрен үҫтереү буйынса яңы тәҡдимдәр ишетергә теләүен бел­дерҙе. Ул шулай уҡ башҡорт хал­ҡының был ерҙә төп милләт булыуын, башҡорт ҡоролтайы эшмәкәрлеге уларҙың йәшәйеш кимәле күтәрелһен өсөн ҙур эштәр атҡарырға бурыслы икәнен дә әйтте.
Ҡоролтай ултырышын алып барған “Йәшлек” үҫмерҙәр һәм балалар клубы етәксеһе Рәсүл Ҡазыхановты сара барышында райондың ҡоролтай рәйесе итеп һайланылар. Ҡыйғы райо­нында 7924 башҡорт йәшәй, шулай итеп, төбәктән ике кеше делегат итеп һайланды.


“Вәлидигә һәйкәл асығыҙ!”


Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын­баҫары Айҙар Ғәйфуллин төбәктең ағинәйе, һәр байрамда йәштәрҙе, өлкән быуын вәкилдәрен төрлө милли сараларға йәлеп иткән Гөлнур Ғари­пованы юбилейы менән тәбрик итеп, киләсәктә лә тап башҡорт йолаларын ойоштороуҙа, халыҡты милли рухта тәрбиәләүҙә уңыштар теләне һәм үҙ сиратында хакимиәт яғынан ярҙам буласағына ышандырҙы.
Сара барышында шулай уҡ Раян Даянов “Башҡортостан Республи­каһының ойошторолоуына – 100 йыл” миҙалы менән бүләкләнде. Әйткәндәй, Раян Ризуан улы – районда ғына түгел, республикала билдәле кеше. Ул йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә, башҡорт телендә баҫылған матбуғатты алдырып уҡый. “Баш­ҡортостан” гәзитен дә ул, әйте­үенсә, үҙен белә-белгәндән алдыра.
– Ҙур эштәргә пландар ҡорола республикала. Бына оҙаҡламай Шәйех­зада Бабичҡа һәйкәл асырға йыйыналар. Ә ниңә Башҡортостан авто­номияһының атаһы, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған Зәки Вәлидигә һәйкәл һаман ҡуйылмай ул? Бәлки, беҙҙән тәҡдим сыҡҡанын көтәләрҙер? Нисек кенә булмаһын, Өфөлә Зәки Вәлиди һәйкәле мотлаҡ булырға тейеш! – тип фекерен айырым-асыҡ әйтте Раян Ризуан улы.
Хәбирйән Таһировты ла халыҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип белә. Ул да төбәктә милләттәштәрҙең берҙәм уйлы булып, ең һыҙғанып, халыҡтың үҙаңын үҫтереү, матди хәлен яҡшыртыу өсөн эшләй башлар, тип өмөт итеүен әйтте.

– Халыҡҡа эш кәрәк! Башҡорт мәктәптәрен уҡыу әсбаптары менән тәьмин итергә кәрәк! – тине ул.
Ошо уҡ фекерҙе I Бөтә Рәсәй баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары съезында ҡатнашҡан Нәзилә Низамова ла дауам итте:

– Беҙҙең үҙебеҙгә әүҙемерәк булып, эште дөрөҫ итеп ойошторорға кәрәк. Вячеслав Чернев атлы Польшала йәшәгән егеттең сығыштарын тыңлап, бик рухланып, дәртләнеп ҡайттым. Бына әйтегеҙ әле, кем беҙгә баш­ҡортса һөйләшергә ҡамасаулай? Ошо егет башҡорт теленең урындағы һөйләштәрен ҡыҫтырып ебәрә хатта, ә үҙе кандидатлыҡ диссертацияһы яҡларға йөрөй! Ошо күренеш үҙе үк беҙгә миҫал була ала бит!


Идеялары ла, маҡсаттары ла етерлек


Залдан тороп Рифат атлы егет башҡорт телендә тәрбиә биреүсе балалар баҡсаһы юҡлығын әйтте. Быны ла урындағы халыҡ үҙе хәл итә ала, ана бит, район етәкселәре ҡаршы түгел, тимәк, бергәләп хат яҙып, тиҙ арала башҡорт балалар төркөмөн асып та ебәреп була.
Тарих уҡытыусыһы Илназ Мөхөт­динов күтәргән мәсьәләләр ҙә көнүҙәк: “Башҡортостан тарихын уҡытыр өсөн айырым сәғәт­тәр кәрәк, ә улар хаҡын­да Рәсәй тарихында бер нәмә лә юҡ тиерлек. Рәсәйҙең һәр яуында ҡат­наш­ҡан, еңеүҙәр өсөн ғәйәт ҙур өлөш индергән башҡорт халҡы ту­раһында Башҡорт­ос­тан уҡыусылары белергә тейеш. Бында хатта һүҙ башҡорттар тура­һында ғына бармай, ә башҡалар­ға ла ата-бабалары­быҙҙың батыр­лығы хаҡында еткереү бик мөһим!”

Хәҙер Ҡыйғы районы ҡоролтайын, алда әйтелгәнсә, йәш уҙаман Рәсүл Ҡазыханов етәкләйәсәк. Уның төбәкте күтәреү буйынса идеялары ла, маҡ­саттары ла етәрлек. Мәҫәлән, туризмды үҫтереү эшен генә көйләгәндә лә, урындағы халыҡ өсөн файҙалы эш башҡарып булыр ине. Йәштәр, үҫмер­ҙәр менән эшен көйләгән кешегә киләсәктә лә тиҫтерҙәрен милләт бәҫен күтәрер ғәмәлдәргә йәлеп итеү, моғайын, ауыр булмаҫ. Иң мөһиме – уның ҡараштары балҡып, күҙҙәре янып тора.


Ҡыйғы районы.
Читайте нас: