Бөгөн Башҡортостандың 69 район һәм ҡала ҡоролтайҙарының 55-ендә (дөйөм иҫәптән 79,71%) ҡоролтайҙар үткән, 240 делегат һайланған.
Рәсәй төбәктәрендә 32 (бөтәһе 51 – дөйөм иҫәптән 62,86%) ҡоролтай ултырышы уҙғарылған, 125 делегат һайланған.
Апрель аҙағына тиклем Башҡортостандың район һәм ҡалаларында, май аҙағына тиклем Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә ҡоролтайҙар үткәрелә. Сит илдәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 16 бүлексәһе бар. Канада, Латвия, Чехия, Белоруссия, Ҡаҙағстанда ҡоролтайҙар үткән.
28 апрелдә Европа илдәренең дөйөм ҡоролтайы (Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Италия, Польша, Литва, Франция, Эстония) булды. 18 майҙа Төркиәлә, 25 майҙа Венгрияла ҡоролтайҙар үтәсәк.
Былар барыһы ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми мәғлүмәттәре. Ҡоролтайҙар V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә ойошторола.
Ошо сараға тиклем ойошма милләттәштәргә “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”н булдырыу тураһында мөрәжәғәт итте. Был бик етди, халыҡтың киләһе йылдарҙағы үҫешен тәьмин итер документты беҙ бергәләп яҙырға тейешбеҙ. Яңы тәҡдимдәр, фекерҙәр кәрәк.
Режиссер Мэл Гибсон төшөргән “Ҡыйыу йөрәк” фильмында король былай ти: “Проблема шотландцев – это избыток шотландцев в Шотландии!” Ошо фекерҙе үҙгәртеп, былай тиер инем: “Башҡортостандағы башҡорттарҙың иң төп проблемаһы – ул беҙҙең аҙсылыҡта булыуыбыҙҙа!” Күп булыр өсөн Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Пермь йәштәрен, башҡорт йәштәрен Башҡортостанға эш менән йәлеп итергә кәрәк! Ошо стратегик фекер түгелме ни? Фекер!
Мәҫәлән, бер ҡатындан шундай шәп тәҡдим ишетеп ҡыуандым. “Ҡатын бала тапҡан һайын, иренең эш хаҡын 10-ар процентҡа арттырырға кәрәк”, — тине ул. Шәп тә инде! Ғаилә ҡаҙнаһы ла тулылана, ир-аттың кеҫәһе лә ҡалыная, дәрәжәһе лә арта. Ә ҡатындарға нимә, тиерһегеҙ? Ә уларҙы беҙ һәр ваҡыт Герой-әсә тип йөрөтәбеҙ. Герой-атай тигән исем юҡ бит әле!