Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
7 Май 2019, 15:27

Кола башҡорттары Заһитты ҡунаҡ итте

Май башында Кола ярымутрауында йәшәгән милләттәштәребеҙ бергә йыйылды. Ни сәбәптәнме?

Май башында Кола ярымутрауында йәшәгән милләттәштәребеҙ бергә йыйылды. Ни сәбәптәнме?


Мурманск ҡалаһында рухлы Әлиә Йыһаншина, Айгөл Усманова, Люциә Швецова 40-тан ашыу милләттәшен йыйып, осрашыу уҙғарҙы. Люциә Швецова менән Зилә Билалова кисәне матур итеп алып барҙы. Ул йыр-бейеү сығыштарынан ғына түгел, “танышыу сәғәте”, “этноквест” кеүек сараларҙан да торҙо. Баренц диңгеҙе буйында Баймаҡ ҡыҙы Люциә етәкләгән “Умырзая” башҡорт-татар клубы “Башҡортостан – тыуған төйәгем” тигән күргәҙмә ойошторҙо.


Ситтә йәшәгән башҡорттарға Башҡортостандан килгән ҡунаҡтың – Заһит Ҡунафиндың (МС БАШ) сығышы ла бик оҡшаны. Артабан сараны “ритайым”, байрам табынында сәй эсеү, бүләктәр таратыу һымаҡ матур күренештәр дауам итте.


Фото: Люциә Швецованың шәхси архивынан.
Читайте нас: