Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
14 Май 2019, 17:28

"Беҙ бик күп!"

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы.

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башланы.


Әлеге минуттарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында йәмғеһе 300 делегат йыйылған. Сараның рәсми өлөшө башланыр алдынан бер төркөм мәктәп уҡыусылары билдәле халыҡ шағирҙарының башҡорт теленә арналған шиғырҙарын уҡыны, Ҡоролтай асыҡ тип иғлан ителгәс, барыһы ла башҡорт йыйындары гимны - башҡорт халыҡ көйө "Урал"ды тыңларға аяғүрә баҫты.


Йыйында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдинов сәләмләне.


Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берләшмәһе "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитеты” рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин үҙенең сығышында хатта ошо театр бинаһы аҫтында ла ата-бабаларыбыҙ һөйәктәре ятыуын, бөгөнгө сараның баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле тарихи ваҡиға икәнен билдәләне.


"Беҙ бик күп! Киләсәктә беҙҙе ҙур эштәр көтә, алда ҙур маҡсаттар тора. Республикабыҙҙа яңы етәкселек, яңы алымдар", - тине ул.

Өфө ҡалаһында тәүге тапҡыр Ҡоролтай булдырылыуын, был сараның тарихи булыуын Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.


Ул үҙ сығышында һуңғы йылдарҙа көнүҙәк булып торған тел мәсьәләһенә лә етерлек иғтибар бүлде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ата-әсәләрҙең үҙ балаларына туған телде өйрәтергә теләмәүен, ҡала шарттарында телде һаҡлап ҡалыу хаҡында әйтеп үтте.


Көн тәртибе буйынса артабан ҡала шарттарында башҡорт мөхитен, милли һәм рухи күсәгилешлекте тәьмин итеү, туған телде, мәҙәниәтте һаҡлау, йәш быуында илһөйәрлек, телһөйәрлек, белемгә ынтылыш тәрбиәләү хаҡында фекер алышыу, Өфө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаларын һайлау, резолюция ҡабул итеү ҡаралған.



Автор фотоһы.
Читайте нас: