Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
27 Май 2019, 20:07

Башҡортса һөйләшкәндәр Өфөнө яңғыратты

Кисә Өфөлә ойошторолған “Мин башҡортса һөйләшәм” фестивале ете меңдән ашыу кешене йыйҙы.

Кисә Өфөлә ойошторолған “Мин башҡортса һөйләшәм” фестивале ете меңдән ашыу кешене йыйҙы.


Бындай сара баш ҡалала тәүге тапҡыр ойошторолдо. Биш сәғәт дауамында Каруанһарай алдында заманса башҡорт музыкаһы вәкилдәре сығыш яһаны. Улар араһында билдәле талант эйәләре һәм ҙур сәхнәгә тәүге аҙымдарын яһай башлағандар ҙа булды.
Фестивалде әүҙем башҡорт йәштәре һәм “YUL” продюсер берекмәһе ойошторҙо.


Музыка, азатлыҡ, йәшлек, ихласлыҡ, юмор, туған тел – urban open-air форматында үткән фестиваль мөхитен ошо һүҙҙәр менән ҡылыҡһырларға булалыр. Унда ҡатнашыусылар, тамашасылар һәм ойоштороусылар фекеренсә, был сара башҡорт музыка донъяһында бик үҙенсәлекле күренеш булды. Быға тиклем бер ҡасан да бер сәхнәлә башҡорт телендә төрлө альтернатив йүнәлештәрҙә йырлағандары булманы.


Фестивалде Фидан Ҡолмөхәмәтов, Алина Ғәлиева һәм Марсель Мөхәмәтйәнов алып барҙы. Кисәнең хэдлайнерҙары билдәле Rena Rnt, Burelar рок төркөмө һәм Наил Bashstyle булды.


Шулай уҡ ҡунаҡҡа Ҡазандан билдәле альтернатив музыканттар K-Ru, Илгиз Шәйхразиев һәм Malsi Music килде. Сәхнәлә Q-yan, S.Е.R., Каsл, ЙыртҠыS, Алтынай Вәлитов, заманса музыка башҡарыусы Рузит, Милена Зарипова, IZI, Ruzilä һәм башҡа тәмлекәстәр, Тимур Ямалов һәм Алтынай Заһитова сығыш яһаны.