Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
28 Май 2019, 18:05

Мурманскта ла сыңлай түшелдеректәр

Ял көндәрендә Мурманск ҡалаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының стилләштерелгән түшелдеректәрен тегеү буйынса этно-оҫталыҡ дәресе уҙғарылды. Был сараны алыҫ Кола ярымутрауындағы Заозерск ҡалаһында эшләп килгән "Умырзая” клубы ағзалары ойошторҙо.

“Көмөш тәңкә” тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе Баренц диңгеҙе буйында йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы бергә йыйҙы. Ҡунаҡтар түшелдеректең тарихы, төрҙәре менән танышты, уның башҡорт ҡатын-ҡыҙы өсөн әһәмиәте тураһында әңгәмәләште.

Кисә барышында ҡыҙҙар үҙҙәренә стилләштерелгән биҙәүестәр текте. Ҡул оҫталары уларға ярҙам итте, белемдәре менән бүлеште. Һәр ҡатнашыусы сертификат менән бүләкләнде. Башҡорт рухы сит яҡтарҙа ла йөрәктәрҙе яндырып, халҡыбыҙҙың бай тарихын оноттормай йәшәү көсө биреп торһон!
Читайте нас: