Беҙгә боронғолоҡ ҡото һеңгән.
Һәр заман башҡорт халҡы үҙенең демократик рухлы милләт икәнен раҫлап тора. Юҡҡа ғына бынан биш быуаттан ашыу ваҡыт элек башҡорт ырыуҙары башлыҡтарының бер нисәһе урыҫ дәүләте менән бергә аралашып йәшәү хаҡында килешеүгә килмәгән. Был юлды иң кәрәклеһе, иң дөрөҫө тип һанаған ата-бабаларыбыҙ. Улар араһында Мең ҡәүеме башлығы Ҡәнзәфәр бей ҙә булған. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙып китеү менән тап Мең ырыуы вәкилдәре бер ҡорға йыйылыуы юҡҡа түгел ине.
Милләт үҙ яҙмышын үҙе хәл итә
Был сарала ырыуҙың аҫыл ул-ҡыҙҙары, халыҡ араһынан сыҡҡан әүҙем эшмәкәрҙәр осрашып, Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу тураһында фекер алышты, уй төйнәне, киләсәккә пландар ҡорҙо.
Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне, уларҙы Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов ҡаршы алды. Байрамда Башҡортостан Башлығының муниципаль берекмәләр буйынса эш итеү идаралығының баш кәңәшсеһе Илнур Мөхйәнов, Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Ғаяз Зарипов, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлеге етәксеһе Марат Латипов, “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан почта бәйләнеше идаралығы директоры Ирек Ғәлимов та ҡатнашты.
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, билдәле шәхестәр Рәшит Шәкүр, Марс Юлдашев, Фәнил Фәйзуллин, Мең ырыуы башлығы Әхнәф Тимербулатов – сараның мәртәбәле ҡунаҡтары фекерҙәрен әйтеп, башҡорт халҡының бөгөнгө проблемалары, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында фекерҙәрен белдерҙе.
Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов үҙ сығышында йыйылған халыҡты байрам менән тәбрикләне һәм башҡорттарҙың Мең ырыуы тотош милләткә хәүеф янаған мәлдә үҙ һүҙен әйтә белгәнен билдәләне. Ул шулай хеҙмәт алдынғыларын, милләт үҫешенә үҙ өлөшөн индереүселәрҙе тәбрикләне. Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡулынан Салауат Юлаев орденын алған яҙыусы, яугир Мәхмүт Сәлимовты тәбрикләне. Уға яҡташтары исеменән моң һәм ҡот эйәһе – Ҡурай тапшырылды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Ғаяз Зарипов Ҡоролтайҙың сәләмен тапшырҙы һәм ҙур ваҡиғалар алдында торған илебеҙгә хеҙмәт итергә әҙер булырға тейешлегебеҙ хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ тел, ер, ил мәсьәләләре менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла шөғөлләнеүен һәм аныҡ эштәргә тотонор мәл етеүен дә билдәләне.
Мең ырыуы башлығы Әхнәф Тимербулатов һәр айырым тармаҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр хаҡында ырыуҙың башҡарма комитеты ағзалары ултырышында резолюция ҡабул ителеүе, уларҙың республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа йүнәлтелеүе тураһында хәбәр итте. “Һайлауҙар, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, бөтә донъя фольклориадаһы кеүек ҙур тарихи ваҡиғалар алдында торғанда, башҡорт халҡы береһенән дә ситтә ҡалырға тейеш түгел, ә үҙ яҙмышын айыҡ аҡыл менән хәл итергә бурыслы”, – тине ул. Ҡырҡ-өйлө мең башҡорттарының ҡор башы Филүс Хәлиуллин Ҡәнзәфәр бейгә мемориаль комплекс асырға кәрәклеге тураһында һөйләне. Уның исемен мәңгеләштереү эше Мең ырыуының ғына түгел, тотош башҡорт халҡының бурысы, тиергә була. Ул – нисәмә быуат элек үк Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалған шәхестәрҙең береһе. Был ниәтте халыҡ алҡышлап ҡаршы алды.
Тирмә ҡото, салғы сыңы, бесән еҫе...
Мең ырыуының йыйыны күптән ошо рәүешле төбәктәрҙә уҙғаны юҡ ине. Тирмәләр ҡоролған ялан йәйләү йәмен бирҙе. Берәүҙәр ҡымыҙ бешеү серҙәрен сисә, икенселәр икмәк һалған, өсөнсөләр буҙа әҙерләй, дүртенселәр балаҫ һуға. Әйткәндәй, балаҫ һуғыу оҫталары тап Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә ерендә инде ул. Был байрамды ла улар йәйге сәхрә кеүек аҫалы балаҫтары менән биҙәне.
Башҡорт халҡының көтөү-көтөү йылҡы, һыйыр малы аҫрағанын тарихтан яҡшы беләбеҙ. Хәйер, әле лә милләтебеҙ малдан айырылғаны юҡ. Бесән эшен яланда халыҡ ҡарамағына тәҡдим итте Дәүләкән районы ауылдары халҡы. Хәтәр йәмле килеп сыҡты: ҡыуыш әҙер, айран ҡойолған, салғылар үткерләнгән, үлән сәйҙәре көтөп тора, өйҙә бешерелгән бәлештәр алып киленгән – тот та бесән саба башла. Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы шулай итте лә! Үләндәр түшәлеп кенә ятып ҡалды. Башҡортостан Башлығының муниципаль берекмәләр буйынса эш итеү идаралығының баш кәңәшсеһе Илнур Мөхйәнов та түҙмәне, ҡулына салғы алды. Ауыл егеттәренең ҡулында салғы уйнап ҡына тора! Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тот та теләһә ниндәй эште башҡара бел шул!
Сара, әлбиттә, милли көрәшһеҙ үтмәне. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡта – Илфат Ибәтуллин (Дәүләкән районы), 70 килограмға тиклемгелә – Алмас Йәнекәев (Әлшәй районы), 80 килограмға тиклемге ауырлыҡта – Артур Зөлҡәрнәев (Шишмә районы), 90 килограмға тиклемгеһендә – Винер Йәғәфәров (Дәүләкән районы), ә инде абсолют чемпион исеменә бәһлеүән Нургиз Шәрәфетдинов (Миәкә районы) лайыҡ булды. Афарин, баһадир егеттәребеҙ!
Ат сабышы байрамдың йәме булды. Мең ырыуы райондарынан йыйылған аттарҙың ярышын халыҡ ихлас ҡараны. Сабышта Вәсил Ҡотлоев беренсе килде (Миәкә районы). Иҫ киткес матур булды был күренеш! Ярышта икенсе булып Фидан Ғәйфуллин (Дәүләкән районы), өсөнсө булып Илдар Иҙрисов (Кушнаренко районы) килде.
“Мең ырыуы һылыуҡайы” конкурсына шулай уҡ төрлө райондарҙан ҡыҙҙар йыйылғайны. Улар милли йолаларҙы белеү, башҡорт тарихы, телдең нескәлектәре тураһындағы белемдәрен күрһәтте, йырлау, бейеү, шиғыр уҡыу буйынса ярышты. Шулай итеп, өсөнсө урынға – Рәфилә Шәрәфетдинова, икенсе урынға – Гөлфирә Сәлимғуллина (Әлшәй районы), ә беренсе урынға Гөлнара Буранғолова (Бишбүләк районы) лайыҡ булды.
Тирмәләрҙең күркәмлеген, ундағы милли үҙенсәлектәрҙең сағылышын һүҙ менән генә аңлатып та бөтөп булмай. Һәр район үҙҙәрендәге милли кәсептәрҙе сағылдырып, ҡомартҡыларҙы туплап, тирмәләр алдында ҡунаҡ ҡаршылау йолаһына тиклем еренә еткереп атҡарҙы. Шуныһы ғына эсте бошорҙо: Миәкә районы тирмә алып килмәгәйне һәм был конкурста ҡатнашманы ла. Эйе, башҡорттар борондан үҙ ауылдары, ҡалалары менән йәшәгән, шулай ҙа әгәр сарала тирмәләр конкурсы ойошторола һәм унда ҡатнашыу мотлаҡ тип ойоштороу комитеты тарафынан әйтелгән икән, тимәк, был ярышта ла әүҙемлек күрһәтергә кәрәк ине миәкәләргә! Шулай итеп, конкурста Шишмә районы – беренсе, Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары – икенсе, Бишбүләк һәм Иглин райондары өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Милли музыка ҡоралдарында уйнау конкурсында Светлана Сәйетова (Әлшәй районы, ҡумыҙ), Салауат Ғилметдинов (Шишмә районы) – беренсе урынға, Фуат Ҡоҙәхмәтов (Ейәнсура районы), Тәлғәт Ғүмәров (Миәкә районы, ҡурай) – икенсе урынға, Илгиз Насиров (Ауырғазы районы, гармун), Разетдин Камалетдинов (Иглин районы), Азамат Нәжметдинов (Дәүләкән районы) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Әйткәндәй, киләсәктә был сараны киңерәк йәйелдереп ебәрергә кәрәк. Ауылдарҙа, мәктәптәрҙә урындағы милли музыка ҡоралында уйнаусыларҙы йәлеп итеп, уҡыусыларға дәрестәр биреү, түңәрәктәр ойоштороу мотлаҡ.
Барлай киткәс, һәр ярыштың һөҙөмтәләре менән дә танышайыҡ. Мини-футболда еңеүселәр түбәндәгесә урынлашты: Дәүләкән, Әлшәй, Ауырғазы. Волейболда урындар ошо тәртиптә бирелде: Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән.
Бөтә төр ярыштар буйынса һөҙөмтәләрҙе билдәләгәс, “Мең ырыуы йыйыны” сараһында беренсе урынға – Дәүләкән, икенсе урынға – Әлшәй, Ауырғазы, өсөнсө урынға Бишбүләк, Иглин, Шишмә райондары лайыҡ булды.
Мең ырыуы йыйыны резолюция ҡабул итеү һәм киләһе йыйынды Бишбүләк районында ойоштороу ниәте менән тамамланды. Алға бик күп маҡсаттар ҡуйманы ил ағалары, әммә атҡарырлыҡ, бөгөн хәл итеүҙе талап иткәндәйҙәре тураһында һүҙ алып барҙы. Яҡты ниәттәр тормошҡа ашһын!
Ҡәнзәфәрҙең башҡорттарға әйткәне
Болғауырҙар заманаһы килде,
Илен ташлап ҡаса уландар.
Ниндәй генә афәт килгәндә лә,
Ирҙәр илдән китмәҫ, туғандар!
Ниндәй генә яуҙар яб(ы)рылһа ла,
Ишелһә лә хәтһеҙ бәләләр,
Ысын ирҙәр Урал һөйәгенән
Ысын ирҙәр иманына тоғро,
Ил яҙмышы үңәстәрҙән алғас,
Кемдең кемлектәре күренә.
Ил яҙмышы алҡымдарҙан алһа,
Илдең йәшен, ҡартын ҡурсаларлыҡ,
Илдең йәшен, ҡартын эйәртерлек
Иң мөҡәддәс һүҙҙе яҙығыҙ!
Беҙҙең ҡибла – Урал! Ошо үрҙән
Бар ғәләмдең ғәме күренә.
Урал ҡанынан беҙ яралғанбыҙ,
Тик Уралда – һуңғы йортобоҙ!
“Урал!” – тиһәм, бергә ойошоғоҙ!
Балҡып китһен йөрәк утығыҙ!
“Урал!” – тиһәм, ғәскәр-ғәскәр булып,
Боронғонан алып һәр быуат
Беҙҙең менән бергә доға ҡыла,
Ҡурыҡмағыҙ! Дошман беҙҙән ҡурҡа!
Беҙҙә – ерҙең ҡото, ҡеүәте!
Йөрәктәрҙә беҙҙең – иман рухы,
Ҡурыҡмағыҙ! Беҙ бит шундай күмәк!
Берҙәмлектән беҙҙең ҡурҡалар!
Боронғолоҡ ҡото һеңгән беҙҙән
Дер һелкенгән Алтын урҙалар.
Болғауырҙар заманаһы килде,
Тик болғанмаҫ Урал уланы!
“Урал!” – тиһәм, бергә тупланығыҙ!
“Урал!” – башҡорттарҙың ораны!
Урал – башҡорттарҙың иманы!