Баш ҡалалағы ”Торатау,, конгресс-холында үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сессия эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев: ”Бөгөн - шатлыҡлы ваҡиға. Икенсе тапҡыр бына ошондай осрашыу үткәрәбеҙ, - тине.
Сарала төбәктәрҙә туған телде һаҡлау, республика менән төбәктәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, төбәк башҡарма комитеттарын кәрәкле йыһаздар, шулай уҡ ижади коллективтарҙы милли кейемдәр, башҡорт телен уҡытыу өсөн әсбаптар менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Осрашыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сит төбәктәрҙәге ҡәрҙәштәребеҙгә әсбаптар биреү, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, ғөмүмән, республиканан ситтә башҡорт телен уҡытыу йәһәтенән килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсатын ҡуйғайны. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә ҡәрҙәштәр менән осрашыуҙар үтә.