Республикабыҙға Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан кеүек яҡын төбәктәрҙән ҡан ҡәрҙәштәребеҙҙең килеүе, бөгөн иртән уларҙың Башҡортостандың Милли музейы экспонаттары менән танышыуы, шағирыбыҙ Шәйехзада Бабичтың һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәлдәренә сәскәләр һалыуҙары, көн дауамында төрлө осрашыуҙарҙа, сессия ултырыштарында ҡатнашасаҡтары хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ә беҙ иһә ҡәрҙәштәребеҙ менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
Киләһе геройыбыҙ сығышы менән Күгәрсен районынан.
- Бик бәхетлемен, сөнки Татарстандағы “Һаба тулҡындары,, телерадиотапшырыуҙар компанияһында башҡорт телендә “Ирәндек,, тигән тапшырыу алып барам. Ул аҙнаһына бер тапҡыр сыға. Миңә башҡорт телендә йырҙар моңло, телегеҙ матур яңғырай, тип өндәшеүселәр бар, - ти Рәхимә Вәлиуллина.
Рәхимә ханым 11 йыл инде туған телебеҙҙә тапшырыуҙар алып бара, республикабыҙ яңылыҡтары менән ҡәрҙәштәребеҙҙе таныштыра.