Кисә “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сессияһы эшендә төрлө төбәктәрҙән килгән милләттәштәребеҙ ҡатнашты. Улар араһында Ҡурған өлкәһе ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Сәфәрғәле Мусин да бар ине.
– Беҙҙең төбәктәр араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү бар. Унда дөйөм төшөнсәләр телгә алына. Шуға күрә, ошо документтан сығып, һәр йүнәлеш буйынса аныҡ эш пландары төҙөлһөн ине, тигән теләгем бар. Был иҡтисадҡа ла, социаль-мәҙәни үҫешкә лә, медицинаға ла, спортҡа ла һәм башҡаларға ла ҡағыла. Ул саҡта яуаплы кешеләр булыр һәм аныҡ эштәр башҡарылар ине. Ҡурған башҡорттары – ә беҙ 12 меңдән ашыу – милли рухты күтәреүгә, иғтибарға, ярҙамға мохтаж. Һуңғы ваҡытта бәйләнештәр һүнеп ҡалған һымаҡ булғайны, бына ошондай осрашыуҙар күңелдә өмөт уятты, эшебеҙ ҙә йәнләнде.
Мин Ҡурған ерендә башҡорт телен уҡытыуға айырыуса иғтибар итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Бығаса райондарҙа унар мәктәптә туған телде өйрәнһәләр, хәҙер икешәр генә мәктәп ҡалып бара. Был мәсьәләне урындағы ҡоролтайҙа ла күтәрҙек, өлкә мәғариф идаралығына мөрәжәғәт иттек. Кадрҙар мәсьәләһе бик киҫкен, ошо йәһәттән дә, бәлки, Башҡортостан ярҙам итер, Ҡурған ерендә башҡорт телен уҡытырға теләүселәр булыр. Әлбиттә, дәртләндереү саралары булырға тейеш.
Киләсәктә Ҡурған өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре үтәсәк. Уны ла лайыҡлы кимәлдә үткәреү фарыз, – ти Сәфәрғәле Ғәли улы.