Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
17 Август 2019, 23:41

Ни хаҡында һөйләй “Өҙөлгән өҙәңге”?

Ҡумыҡ әҙибенең китабы үҙе вафатынан һуң донъя күргән.


Анкарала ҡумыҡ шағиры Бадрутдин Магомедовтың (1943 - 2017) “Өҙөлгән өҙәңге” тип аталған китабының исем туйы үтте. Уны төрөк теленә професор Пекаджару тәржемә иткән. Нимәһе үкенесле, төрки донъяһында исеме шиғриәт һөйөүселәргә яҡшы таныш булған автор был йыйынтығы менән әҙәбиәт донъяһын үҙе иҫән сағында уҡ таныштырырға теләгән булған.

Сарала төрки мәҙәниәттәрен үҫтереү ойошмаһы генераль секретары Дюсен Касеинов, Төркмәнстандың Анкаралағы вәкиле Ишанкулы Аманлыев, Анкара университеты уҡытыусыһы Четин Пекаджар, Дағстандың мәғарифты үҫтереү институты проректоры Миясат Муслимова, “Танг Чолпан” журналының баш мөхәррире, шағирә Супьянат Мамаева һәм башҡа һүҙ сәнғәте һөйөүселәр ҡатнашты.
Берсә моңһоу, берсә байрам төҫөн алған кисәгә йыйылғандар яҙыусының ижады хаҡында документаль фильм ҡараны. Дюсен Касеинов үҙ сығышында әҙип менән таныш булыуҙары, авторҙың китабын төрки донъяһына танытырға теләге ҙур булыуын хәтерләне. Китапта һүҙ күренекле венгр тюркологы Иштван Конгур Мандоки хаҡында һүҙ бара. Ул төрки халыҡтарының йәшәйешен, тарихын өйрәнеүгә күп көс һалған автор.
Шағир Бадрутдин Магомедовтың ҡыҙы Аида атаһы иҫән булһа, был ваҡиғаға сикһеҙ ҡыуаныр ине, сөнки төрки халыҡтарының сәнғәте ҡаҙанышы уның өсөн бик мөһим булды, тине.
Читайте нас: