Рая Шәрипова бына инде 42 йыл Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәй. Күрше республикаға тормош иптәше менән йәшләй генә килеп төпләнәләр.
35 йыл балалар баҡсаһында татар, рус төркөмдәре тәрбиәсеһе булып эшләгән Рая Ғаззал ҡыҙына көтмәгәндә бәхет йылмая: 74-се ҡала балалар баҡсаһында “Айһылыу” башҡорт төркөмө асыла.
“Башҡорт төркөмөндә тәрбиәсе булып биш йыл эшләргә насип булды. 19 бала тәрбиәләнде, ҡайһы берҙәре башҡортса белмәй ине, баҡса ваҡыты үтеүгә, һәр береһе телде өйрәнде. Яңы йыл, Әсә көнө кеүек байрамдар тик башҡортса ғына ойошторолдо, унан тыш, милли байрамдарҙы даими үткәреп килдек, “Ҡарға бутҡаһы”, исем ҡушыу, ҡаҙ өмәһе кеүек йолаларҙы уҙғарғанда урындағы “Шоңҡар” башҡорт ойошмаһы һәм уның етәксеһе Рәмилә Йосопова ярҙам итте. Түбәнге Кама ҡалаһы башҡорттары ойошмаһы рәйесе Ғәли Хәсәнов ҡурай, ҡумыҙ кеүек милли уйын ҡоралдары менән тәьмин итте, балаларға уйнау серҙәрен төшөндөрҙө”, – ти Рая ханым.
Ул тәрбиәләгән кескәйҙәр, әлеге ваҡытта башланғыс кластарҙа белем алыуына ҡарамаҫтан, һаман онотмай, килеп хәл белешеп тора икән. Хатта WhatsAPP-та әңгәмә майҙансығы ла төҙөгәндәр.
Татарстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә ике күрше республика Хөкүмәте вәкилдәре Яр Саллы ата-әсәләре менән осрашып, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре, мәктәптәрҙә башҡорт кластары асыу тураһында һүҙ алып барғанда “Хәҙер балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асһаҡ, тәрбиәсе булып барырға ризаһығыҙмы?” тигән һорауға Рая Шәрипова: “Әлбиттә!” – тип яуапланы. Күптән хаҡлы ялда булған апайҙың эшләргә ашҡынып тороуы уның “Үҙ телеңдә рәхәтләнеп эшләргә ине” тигән теләгенән киләлер...