Башҡорт донъяһы
13 Сентября 2019, 13:50

Иң матур ҡыҙҙар ҡайҙа йәшәй?

Һәр төбәк үҙенекен эҙләгән кеүек, мин дә Өфө ҡалаһын был исемлектән ҡарай башланым. Беҙ гүзәллек буйынса тәүге унау эсенә лә инмәгәнбеҙ икән! Бына һиңә мә!

Автор фотоһыАвтор фотоһы
Автор фотоһы
“ТурСтат” сайты Халыҡ-ара матурлыҡ көнө уңайынан “Иң матур ҡыҙҙар ҡайҙа йәшәй?” тигән онлайн һорау алыу ойошторған. Кемдәр, ҡасан һәм ни рәүешле тауыш биргәндәрҙер, уныһы билдәһеҙ, әммә Мәскәү ҡыҙҙары был исемлектә иң беренсе тора. Икенсе урында, әлбиттә, Санкт-Петербург.
Һәр төбәк үҙенекен эҙләгән кеүек, мин дә Өфө ҡалаһын был исемлектән ҡарай башланым. Беҙ гүзәллек буйынса тәүге унау эсенә лә инмәгәнбеҙ икән! Бына һиңә мә! Ышанып та булмай. Күпме таныштарым, сит ил, төбәк ҡунаҡтары килә, улар Өфөлә, Башҡортостанда ҡыҙҙар ғына түгел, ғөмүмән, кешеләр матур, нурлы тиҙәр.
Шулай итеп артабан исемлек түбәндәгесә киткән: Новосибирск, Дондағы Ростов, Екатеринбург, Ҡазан, Красноярск, Һамар (унда ла башҡорттар күп), Краснодар, Сочи, Омск һәм, ниһайәт, Өфө!
Читайте нас