Башҡорт донъяһы
16 Сентября 2019, 08:31

Башҡорт скульпторы Салауат Щербаковты кем белә?

Ул – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Мәскәүҙәге байтаҡ киң билдәле скульптуралары авторы. Уны илебеҙҙән ситтә лә яҡшы беләләр. Кенәз Владимирға, Калашниковҡа, патриарх Гермогенға ҡуйылған һәйкәлдәр – уның ижад емештәре.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтынанБашҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтынан
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайтынан
“Башҡортостан яҡташлығы” етәксеһе, Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән скульптор Салауат Щербаков менән осрашты. Ул – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Мәскәүҙәге байтаҡ киң билдәле скульптуралары авторы. Уны илебеҙҙән ситтә лә яҡшы беләләр. Кенәз Владимирға, Калашниковҡа, патриарх Гермогенға ҡуйылған һәйкәлдәр – уның ижад емештәре.
Инга Юмашева менән осрашыу ваҡытында Салауат Щербаков Башҡортостанға ҡарата йылы тойғолар кисереүен, атаһы башҡорт булыуын һәм тамырҙары республикабыҙ менән бәйле булыуын һөйләне. Аҙмы Ер шарына, Рәсәйгә һибелгән милләттәштәребеҙ! Уларҙың ҡайһы берҙәре хатта Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге барлығын да белмәйҙер әле. Ә “Башҡортостан яҡташлығы”ның төп йүнәлештәренең береһе – Башҡортостандан сыҡҡан яҡташтарҙы бергә туплау.
Читайте нас