“ЯКласс” электрон мәғариф ресурсы уҡытыусыларға, балалар менән даими шөғөлләнгән педагогтарға таныш. Ул инде бына нисә йыл Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә киң файҙаланыла. Уның аша уҡытыусы электрон форматта уҡыусының белемен тикшерә, тест үткәрә, өй эше бирә ала. Ә уҡыусы өсөн “ЯКласс” – ул электрон эш дәфтәрҙәре һәм мәктәп программаһы буйынса үҙе күпме теләй һәм теләгәндән дә артыҡ мейе һәм белем тренажеры. Шунда уҡ уҡыусыларҙың үҙ-ара рейтингы күренә, был уйын формаһы тиҫтерҙәр араһында ярыш кеүек ҡабул ителә һәм кемуҙарҙан уҡыуға ынтылышты арттыра.
– Башҡортостанда “ЯКласс” электрон мәғариф ресурсы менән байтаҡ мәктәптәр файҙалана. Мәҫәлән, 2018 – 2019 уҡыу йылында уның аша уҡытыусылар 25653 тапҡыр онлайн режимында өйгә эш бирҙе, 61161 уҡыусы уларҙы эшләне һәм уҡыусылар 10982589 мәрәй йыйҙы. Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһындағы 1-се, Борайҙағы 2-се гимназиялар, Стәрлетамаҡтағы 1-се лицей, Саҡмағош гимназияһы, Өфөнөң 61-се, 62-се, Шамонин урта мәктәбе, Өфөнөң 69-сы, 98-се, Саҡмағоштың 1-се мәктәптәре йыйылған мәрәйҙәр буйынса алдынғылар иҫәбендә. Әле һанағанда ла мин уларҙы рейтинг буйынса атаным. Иң киң ҡулланылған фәндәр – алгебра, математика, информатика, геометрия, урыҫ теле. Бына ошо рәүешле беҙ базаға башҡорт телен өйрәнеү программаһын да индерергә уйлайбыҙ. Тик бының өсөн киң йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуы һәм матди ярҙам кәрәк! – тип үҙенең яңы идеяһы менән уртаҡлашты Морат.
Башҡортостан Башлығы итеп һайланған Радий Хәбиров үҙ сығышында башҡорт телен киң ҡулланылышҡа сығарыу һәм уны йәштәр араһында модалы итеү тураһында әйтте. Тап ошо юл менән Ер шарының теләһә ҡайһы мөйөшөндә йәшәгән башҡортҡа ла, башҡа милләт вәкилдәренә лә телебеҙҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырып була. Ҡеүәтләйек был алымды!